Прапорщикка ҡорал нимәгә?Уҙған быуаттың 70-се йылдарында хәрби училищеларҙың береһендә булған хәл. Бер тәүлеккә дежур булып нарядҡа әҙерләнәләр. КПП (тикшереп үткәреү пункты) буйынса дежур офицер итеп был көндә фронтовик прапорщик тәғәйенләнә. Ашхана етәксеһе булып эшләгән оло йәштәрҙәге был ағай, устав буйынса ҡушылһа ла, үҙе менән бер ҡасан да пистолет алмай, имеш.
Развод башлана. Училище буйынса дежур итеп бында күптән түгел эшкә килгән майор тәғәйенләнә. “Мейе һөйәктәренәсә уставник”, тиҙәр ундайҙар тураһында. Сафтың алдынан үтеп барышлай ул прапорщиктың буш кобураһын күрә һәм:
– Иптәш прапорщик, ҡоралығыҙ ҡайҙа? – тип асыулы өндәшә. – Күрәһегеҙме, хатта мин дә ҡорал таҡҡанмын! Ә һеҙ?
Ветеран юғалып ҡалмай һәм барыһы ла ишетерлек итеп былай яуап бирә:
– Ә нимәгә ул миңә!? Мин – тыныслыҡ яҡлы. Ә һеҙ?
Телдәре тотторғанКМБ (йәш боецтар курсы) үтергә килгән ике һалдат (часть урманда урынлашҡан була) пляжға ҡасып китә һәм, ябай кейем кейеп, ял итеүселәргә ҡушыла. Ял базаһында йәшәүселәр быларға иғтибар итмәй. Әммә егеттәр хәрби институтта уҡытҡан офицерҙарҙың да бында килеп, ғаиләләре менән ял иткәнен иҫәпкә алмаған була.
Донъяларын онотоп ҡыҙынып ятҡан теге икәүҙе факультет етәксеһе танып ҡала. Офицерҙы былар ҙа таный, әммә тороп ҡасырға һуң инде.
– Һеҙ хәрби хеҙмәттәге һалдаттар түгелме? – ти икән эргәләренә килгән уҡытыусы.
– Никак нет, иптәш полковник! – тип яуаплай, ти, егеттәр.
Яугир һүҙҙәреБер ағай һөйләгәндәрҙән:
– 1969 йылдың яҙы Рәсәй һәм Ҡытай сигендәге конфликт менән иҫтә ҡалды. Бәрелештәр булып алғас, бөтә ил Доманск утрауы, Уссури йылғаһы, унда һәләк булған совет һалдаттары тураһында ишетеп шаҡ ҡатты. Беҙҙе көнө-төнө һуғышҡа әҙерләй башланылар: хеҙмәт итеү ауырлашты, ашау һәм йоҡо етмәй ине. Иң ныҡ йәнгә тейгәне беҙҙең старшина Чуляев булды. Ул үҙенә лә, беҙгә лә тынғылыҡ бирмәне. Беҙ уны күрә алмаҫ хәлгә еттек.
Көндәрҙән бер көн ротаны теҙҙеләр, офицерҙар тулҡынлана ине. Радионан хәбәр килде: “Ҡытай яғынан провокация дауам итһә, Советтар Союзы үҙ сиктәре өсөн һуғышасаҡ”.
Шул саҡта күңелде ниндәй ҡурҡыу солғап алғанын белһәгеҙ икән! Беҙ, 19-ар йәшлек егеттәр, илар сиккә етеп торабыҙ. Бер заман казарманан старшинабыҙ Федор Иванович килеп сыҡты. Өр-яңы мундиры матур итеп үтекләнгән, күкрәге тулы орден-миҙал. Плацтың уртаһына үтте лә саф алдына боролоп баҫты.
– Уландар! Мин Бөйөк Ватан һуғышын башынан аҙағынаса үттем. Һеҙҙең һымаҡ боецтарҙы атакаға күп тапҡыр күтәрергә тура килде. Үлемен дә, ҡанын да, яраларҙы ла күп күрҙем. Хәҙер ҙә, әгәр кәрәк икән, беҙ һөжүмгә барасаҡбыҙ. Барыбыҙ ҙа әйләнеп ҡайтмаясаҡ. Иң беренсе мин ташланасаҡмын. Ошо яуҙан да иҫән ҡайтырға яҙһын, – тине ул.
Шул һүҙҙәрҙән һуң автоматты ышаныслы ҡыҫып, кәүҙәмде турайтып, башымды ғорур күтәрҙем. Был минутта старшинам артынан йәһәннәмгә инергә әҙер инем. Ҡурҡыу китте, күҙҙәр яна, йөрәк күкрәк ситлегенә һыймай. Эйе, мин илем өсөн ғүмеремде лә йәлләмәйәсәкмен!
Эргә-тирәмә күҙ һалһам, әле генә ҡурҡышынан бөршәйеп ҡалған хеҙмәттәштәрем дә минең кеүек ашҡынып, талпынып тора. Старшинаның ысын күңелдән әйтелгән телмәре беҙҙе ҡанатландырҙы, сикһеҙ ҡыйыулыҡ бирҙе. Бер нисә минут эсендә ул беҙгә атай ҙа, ағай ҙа, олатай ҙа булып күренде. Башҡорттар, татарҙар, украиндар, урыҫтар, үзбәктәр, эстондар һәм башҡалар – барыбыҙ ҙа Федор Ивановичтың алдына ҡалҡан булып баҫырға әҙер инек.
Валерий Ғәйнетдинов.