Бөрйән районының Иҫке Монасип ауылындағы янғын бөтә республиканы шаңҡытты. Һин дә мин йәшәп ятҡанда дүрт ғаиләгә ҡара ҡайғы килгән: ғүмер буйына йыйған донъялары бер нисә сәғәттә көл-күмергә әйләнгән. Ярай әле ҡорбандар юҡ. Ҡан-ҡәрҙәштәребеҙгә ярҙам итеү маҡсатында “Рәсәй – Башҡортостан” телеканалының милли тапшырыуҙар бүлеге мәрхәмәтлек акцияһы ойошторған. Ошо турала бүлек етәксеһе Уйылдан ҒӘЛИН һөйләй.– Бурҙан ҡала, ә ут-һыуҙан ҡалмай, тиҙәр. Бөрйәндәге афәтте ишетеп, ныҡ тетрәндек. Телеканал директоры Азамат Сәлихов менән кәңәшләшкәндән һуң, монасиптарға мотлаҡ ярҙам итергә кәрәк тигән аныҡ ҡарарға килдек. Эште ниҙән башларға? Телевидение аша йән өшөткөс яңылыҡты тиҙ арала тотош Башҡортостанға тараттыҡ. Был турала хәбәрселәр Рәлиә Сәхипгәрәева – башҡорт телендә, ә Зилә Афзалова урыҫса текст яҙып, оператор Олег Беляев көслө сюжет әҙерләгәс, “Хәбәрҙәр”ҙә күрһәттек. Уны күҙ йәштәрен тыйып ҡарау мөмкин түгел. Ҡайһылай ҡыҙғаныс: бер ҡат кейем менән генә тороп ҡалған һәр береһе. Бынан тыш, тема “Ауаз” тапшырыуында ла сағылыш тапты.
Эйе, беҙ хәбәр еткереүсе генә түгел, ә булышлыҡ итеүсе бурысын да үтәргә тейеш бит әле. Башта акция хаҡындағы иғланды социаль селтәрҙәр аша тараттыҡ. Телеүҙәк фойеһына махсус ҡумта урынлаштырҙыҡ, теләгәндәр унда аҡса һала. Шунда уҡ кейем-һалым, башҡа кәрәк-яраҡ йыйыу өсөн бер бүлмә хәстәрләнек. Халыҡтың эркелеп килеүе, битараф булмауы һөйөндөрҙө. Көн дә ниҙер килтерәләр. Бер апай әйтеүенсә, 70-се йылдарҙа ошондай уҡ ҡайғыны башынан үткәргән, шуға был күренештән бер нисек тә ситтә тороп ҡала алмай. Ә 60-ты ҡыуған ағайҙың һүҙҙәренә ҡарағанда, өйө янып юҡҡа сыҡҡас, бөтөнләй сит кешеләрҙең хәстәрен тойған.
Бәләгә юлыҡҡандарға, оҙайлы ямғырҙар һәм һыуыҡтар башланғансы, йорттарын төҙөп бөтөрөргә кәрәк. Бүтәндәр ҙә беҙгә ҡушылһа ине. Белеүебеҙсә, Бөрйән районы хакимиәте лә көнкүреш кәрәк-ярағы йыйыуҙы ойошторған, банкта махсус иҫәп асҡан.
Август аҙаҡтарында Иҫке Монасип ауылына барып, ярҙам йөҙөнән йыйылған әйберҙәрҙең, аҡсаның барыһын да янғындан зыян күргәндәрҙең ҡулына тапшырырға уйлайбыҙ.
И. АҠЪЮЛОВ яҙып алды.