Наҙайыл һаҫыҡ һыйыр!14.08.2015
— Һәш, һәш, тим! Хәҙер ҡотолам мин һинән. Наҙайыл инде һин, үҙемә генә етмәгән, күршеләргә лә тиҙәк еҫе таратып ятаһың. Яңы закон сыҡһын ғына әле, күрһәтермен мин һиңә!..
Малыбай ағай менән күрше генә торабыҙ беҙ, шуға ихатаһында һөйләнгәне, йырлағаны, төшөрөп ҡайтһа, еңгәнең “табала ҡыҙҙырғаны” ишетелеп тора. Бына әле лә һыйырын әрләүе эргәлә һымаҡ яңғырай. Тик, башҡа ваҡыттағы һөйләшеүҙәргә иғтибар итмәһәм дә, уның бөгөнгө һүҙҙәренә ҡолағымды ҡарпайта төштөм. Осраҡлы түгел, әлбиттә, һыйырҙары Малыбай ағай өсөн изге бер йән бит, ә хужа бөгөн уларҙы тетмәһен тетә, өҫтәүенә, “ҡотолам” тип янай. Күршемдең ҡапҡаһын шаҡымай булдыра алманым.
— Ни хәл, Малыбай ағай?
— Арыу, ҡустым. Үҙең иҫән-аманмы?
— Нисауа. Бына аптырап килеп индем: ниңә һыйырыңды әрләйһең ул? Ҡотолам, тиһең…
— Ишетмәнеңме ни? Ана бит, яңы закон сығыуы ихтимал, ти. Ил Хөкүмәте башлығы шәхси хужалыҡтарҙа мал һанын ҡыҫҡартыу буйынса министрҙарынан тәҡдим көтә. Иҫләйһеңме, теге Хрущев ваҡытындағы һымаҡ 2009 йылда ла шәхси хужалыҡтарҙа мөгөҙлөләрҙе аҙайтырға самалап ҡаранылар бит: йәнәһе, малдарҙың һаҫыҡ еҫе күршеләренә тын алдырмай, мөңрәүҙәре баштарын ауырттыра...
— Китсе, Малыбай ағай. Минең һиңә берәй ваҡыт ялыу менән килгәнем булдымы, киреһенсә, шатланам ғына ул. Үҙегеҙ өйҙә булмаһағыҙ, көтөүегеҙҙе ҡаршылайым, бесәнгә лә барышам. Бынау ҙурҙарҙан-ҙур совхозыбыҙ тарҡалыу сәбәпле ҡалаға йөрөп эшләмәһәм, үҙем дә мал аҫрар инем әле. Һин ни эшләп тота килеп мине ғәйепләйһең?
— Һей, ҡустым, аңламаның. Эш һиндә түгел бит. Йылы ултырғыста ултырған түрәләр йылы тиреҫ таҙартҡан крәҫтиән хәлен аңлармы, мин бит үрҙәгеләр шулай уйлай, тим. Һин ни, һылтау ғына шул, эш башҡала, – тип көрһөнөп ҡуйҙы ла күршем, миңә күҙ ҡыҫып, шыбырҙап ҡына былай тине:
— Һин бит беләһең: минең Бөйрәкәй элек-электән тәҙрә аша булһа ла телевизор ҡарай, шундай бер аҡыллы хайуан инде, хәҙер, ана, сәйәсәт менән дә ҡыҙыҡһына башланы. Эштең ҡайһы яҡҡа китеп барғанын аңлап тора, шуға үҙе лә көйәләнеп йөрөй. Һуңғы ваҡытта көтөүҙән тура өйгә ҡайтмай башланы, фермерҙың баҫыуына йүгерә. Шуға мин уны ит комбинаты, яңы закон менән ҡурҡытам да, бәлки, аңлап, көтөүҙән тура өйгә атлар.
Былай булғас, эштең айышына төшөндөм шикелле. Бөйрәкәйҙе тәртипкә өйрәтеүҙә артабан мин дә ҡатнашып киттем.
— Малыбай ағай, Бөйрәкәй шәп һыйыр инде, әлбиттә, тик, яңы закон сыҡһа, тәртипһеҙҙәрен бөтөрөп, теге аҡыллы Алаҡайыңды ғына ҡалдырырһың инде, бер баштан артыҡ тоторға рөхсәт итмәҫтәр ул.
— Ни ҡылаһың, шулай итәргә тура килер...
— Ярай әле һин ауылда тораһың, Хрущев ваҡытындағылай, ҡалала йәшәүселәрҙең малын бөтөнләй юҡ итеп ташламаһалар ярар ҙа. Тик барыбер ҙә бер һыйыр менән ҡайҙа бармаҡ кәрәк инде?
— Эйе шул, күрше, бәләкәй ҡыҙымды уҡытып бөтөп буламы, юҡмы? Бар өмөт ошо Бөйрәкәй менән Алаҡайҙа ине бит. Һөтө-ҡаймағы, башмаҡтары баҙарға сыға ине. Ни совхоз бөттө, шундағы эш хаҡына булһа ла алданып йөрөр инем, ә ҡалаға барып эшләр өсөн фатирға түләп торорға кәрәк, ярай әле һинең апайҙарың унда йәшәй. Аптыраған инде, күрше, һуңғы өмөттән дә яҙҙыралар бит.
Әллә Малыбай ағайҙың, әллә Бөйрәкәйҙең күҙ йәше тамды ергә – күреп өлгөрмәнем. Шулай ҙа, икеһен бер юлы йыуатырға тырышып:
— Ҡайғырмағыҙ әле, милициянан полиция яһау менән енәйәтселәр ”Ҡыҙыл китап”ҡа инмәне бит, төбәк башлыҡтарын да кире үҙебеҙ һайлайбыҙ. Һуңғы тапҡыр тип күсерелгән сәғәт, бөтөрөлөргә тейешле “Ильич лампалары” хаҡында әйтеп тораһы ла түгел. Бөгөн малды ҡыҫҡартһалар, иртәгә, киреһенсә, көсләп күбәйттерерҙәр әле, — тинем дә үҙ ихатама йүнәлдем. Эх, Малыбай ағай, эх, Бөйрәкәй…