Диңгеҙҙән алыҫ булһаҡ та...14.08.2015
Диңгеҙҙән алыҫ булһаҡ та... Башҡортостан, диңгеҙҙәрҙән алыҫ урынлашһа ла, хәрби флоттың бик күп офицеры, мичманы, ветеранының төйәге. Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, төбәктән 43 мең кеше диңгеҙҙә хеҙмәт иткән.
Яңыраҡ Башҡортостандың диңгеҙселәр ойошмаһы илебеҙҙең хәрби флоты тарихындағы иң тетрәндергес фажиғәгә – “Курск” атом һыу аҫты кәмәһе батыуға 15 йыл тулыу айҡанлы хәтер митингы үткәрҙе. Сарала Нефтекамала тыуып үҫкән яҡташыбыҙ, Рәсәй Хәрби диңгеҙ флотының һыу аҫты көстәре командующийы, вице-адмирал Игорь Мөхәмәтшин да ҡатнашты.


Һәләкәткә тарып, бар илде ҡанлы йәштәр менән илатҡан атом һыу аҫты кәмәһендә беҙҙең республиканан дүрт моряк була: командир Роберт Гесслер, өлкән инструктор Наил Хафизов, техник Фәнис Ишморатов һәм кок-инструктор Салауат Йәнсапов. «Курск» фажиғәһендә ҡорбан булған моряктарға, шулай уҡ дингеҙҙә хеҙмәт иткән яҡташ­тарыбыҙға Өфөлә 2006 йылда һәйкәл ҡуйылды. “Славянка” тип исем бирелгән һын хәрби һыу аҫты кәмәһенең капитан рубкаһын хәтер­ләтә. Тиҙҙән бында хеҙ­мәттә һәләк булған 70 моряк­тың исеме яҙылған таҡтаташ асыласаҡ.
Диңгеҙҙән алыҫ булһаҡ та...Диңгеҙ флотында хеҙ­мәт итеүселәр йыш ҡына ошо урында осраша. Был юлы ла шулай булды. Һыу аҫты кәмәләрендә хеҙмәт итеүселәр һәйкәл эргәһенә йыйылды, сәскә гөлләмәләре һалды. Хәрбиҙәр “Курск”та һәләк булған 118 кешенең исемен һанап сыҡты. Был сараның иң тетрәндергес мәле булғандыр...
– Был илгә лә, егеттәрҙең хеҙмәттәштәре өсөн дә ауыр юғалтыу булды. Фажиғә булған ваҡытта Санкт-Петербург ҡалаһында уҡып йөрөй инем, ҡотҡарыу эштәрендә ҡатнаша алманым. Егет­тәрҙең күбеһен шәхсән белә инем. Араларында яҡын дуҫым да бар ине... Фажиғә булған көндән бирле төрлө имеш-мимеш күп йөрөй, әммә тикшереү һөҙөмтәһе бер: бәлә осҡон сығыуҙан, – тип белдерҙе Игорь Тимербулат улы.
Матәм митингынан һуң моряктар мәсеткә һәм сиркәүгә барып әруахтар рухына доға ҡылды.


Вернуться назад