Пирамиданан – төрмәгә14.08.2015
Салауат ҡалаһы суды ҡарарына ярашлы, “Сберфонд” пирамидаһын ойошторған Илһам Рәхмүшев дүрт йылға төрмәгә оҙатыласаҡ.

Әшнәләре, ирле-ҡатынлы Ишутиндар иһә шартлы рәүештә өс йылға иркенән мәхрүм ителде. Үзбәкстандан Башҡортостанға еңел тормош эҙләп килгән “эшҡыуарҙар” 2006 йылда енәйәтсел төркөм ойоштороп, “Сберфонд” тип исемләнгән ҡулланыусылар йәмғиәте аша кеҫә ҡалынайтҡан. Ылыҡтырғыс процент вәғәҙәләп, халыҡтан аҡса йыйып, Рәхмүшев йәмғеһе 43 миллион һум аҡсаны үҙләштергән.



Вернуться назад