Улар илгә дан килтерҙе14.08.2015
Башҡортостан спортсылары йыш ҡына донъя күләмендәге ярыштарҙа Рәсәй намыҫын яҡлай, лайыҡлы урындар яулай.

Ошо көндәрҙә Рәсәйҙең спорт министры Виталий Мутконың фарманына ярашлы, ике яҡташыбыҙ – Рената Хужина (бобслей, скелетон) менән Рөстәм Арыҫлановҡа (билбаулы көрәш) – “Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры”, Ролан Зиннәтов (дзюдо), Магомед Дудушев (спорт көрәше), Тимур Бәшәров, Алла Конарева, Ришат Миңлейәров, Ринат Мөхәмәтйәнов, Олег Шерестневҡа (ауыр атлетика) “Рәсәйҙең спорт мастеры” тигән исем бирелде.






Вернуться назад