Әҙерлек дауам итә14.08.2015
Әҙерлек дауам итә Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев менән Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев Ҡыйғы, Салауат райондарына барып ҡайтты.
Сәфәр барышында улар партияның урындағы бүлексәһе, район активы, территориаль һәм участка һайлау комиссиялары ағзалары, ауыл Советына депутатлыҡҡа кандидаттар менән осрашты. Район хакимиәттәре, ауыл биләмәләре башлыҡтары, ойошма етәкселәре лә саранан ситтә ҡалманы.
Үҙ сығышында Константин Толкачев: “Халыҡ – илдең төп потенциалы. Буласаҡ депутаттарҙың мөһим бурысы – кешеләр өсөн лайыҡлы йәшәү шарттары тыуҙырыу, – тип билдәләне. – Ауылдағы тормош сифаты депутаттың үҙ вәкәләттәрен нисек башҡарыуынан тора”.
Осрашыуҙарҙа башлыса һайлауҙың нисек үтәсәге, уны ойоштороу үҙенсәлектәре, элемтә каналдары, биналарҙың тауыш биреүгә әҙерлеге хаҡында һүҙ барҙы.
Ҡыйғы районында 90 мандатҡа дәғүәсе булараҡ 201 кандидат теркәлгән, уларҙың 90-ы – “Берҙәм Рәсәй” партияһынан. Берҙәм тауыш биреү көнөндә районда 31 һайлау участкаһы эшләйәсәк, сара туғыҙ ауылда үтәсәк.
Салауат районында 147 мандатҡа 339 кандидат дәғүә итә, уларҙың да 147-һе – “Берҙәм Рәсәй” партияһынан. Тауыш биреү 15 ауыл биләмәһендә үтәсәк, 40 участка һайлау комиссияһы эшләйәсәк.


Вернуться назад