Ҡәҙерле дуҫтар!
Әлеге ваҡытта төрлө сәбәп арҡаһында ”Башҡортостан”ды алдырмаған ғаиләләр һәр ҡалала һәм ауылда байтаҡ. 2015 йылдың сентябрь – декабрь айҙарына яҙылырға теләгәндәр 20 авгусҡа саҡлы почта хеҙмәткәрҙәренә мөрәжәғәт итә ала.
Киләһе йылдың беренсе яртыһына иһә арзаныраҡҡа, йәғни быйылғы хаҡ буйынса 29 авгусҡа тиклем генә яҙылырға мөмкин.
Август аҙағынаса гәзиткә яҙылып өлгөргән ғаиләләрҙе матур бүләктәр көтә! Бының өсөн квитанция күсермәһен редакцияға ебәрергә кәрәк булыр.
Ошо мәғлүмәтте туғандарығыҙға, күршеләрегеҙгә, таныштарығыҙға еткерһәгеҙ ине.
Халҡыбыҙҙың рухи хазинаһы “Башҡортостан” һәммәгеҙгә кәрәк тә, терәк тә булһын!
МӨХӘРРИРИӘТ.