Тыуған көндә кем бүләккә хаҡлы?14.08.2015
– Улыбыҙҙың тыуған көнөн быйыл ҡала ситендәге баҡсабыҙҙа үткәргәйнек. Класташтары байтаҡ килеүгә ҡарамаҫтан, ул беҙгә һаман асыуланып йөрөй. “Башҡалар кафела уҙғара, ә мин...” – тип үпкәләй. Тыуған көндө үткәреүгә Ислам нисек ҡарай, Нурмөхәмәт хәҙрәт?
Ф. ШӘРИПОВА.
Мәләүез ҡалаһы.
– Бисмилләһир-рахмәнир-рахим!
“Ҡөрьән Кәрим”дә, әл-хәмдү лил-ләһ, баланың нисек яралғаны, ниндәй үҫеш этаптары үтеүе хаҡында аңлатып кителгән. Был йәһәттән иң ҙур ауырлыҡ әсәгә төшә: сабыйҙы туғыҙ ай буйы күкрәге аҫтында күтәреп йөрөтә, тыуҙырғанда әллә күпме ғазап кисерә. Ләкин уға Аллаһ Тәғәләнән шундай үҙенсәлек бирелгән: балаһын күреү менән бөтөн ауыртыныуын онота. Бына ҡайҙа ул әсәлек ҡөҙрәте! Сабыйы тыуып, тәпәй баҫып киткәнсә, унан һуң да ҡатын кеше тәрбиәгә бихисап көсөн сарыф итә. Шуға ла Исламда әсәй иң юғары урынға ҡуйылған. Ошоға бәйле бер хәҙисте йәнә иҫкә төшөрөп уҙайыҡ. Пәйғәмбәребеҙгә бер бай килеп: “Байлығымды кемгә сарыф итәйем?” – тип һорағас, Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм: “Әсәйеңә”, – тигән. Ҡушылғанды үтәп, икенсе, өсөнсө тапҡыр ҙа әлеге мөрәжәғәт менән килгән кеше шул уҡ яуапты алған. Бурысын тормошҡа ашырып, дүртенсе тапҡыр баяғы һорауҙы биргәс, Пәйғәмбәребеҙ: “Атайыңа сарыф ит”, – тип ҡушҡан. Тимәк, хөрмәтле ҡәрҙәштәр, һәр кем әсәһе менән атаһына ғүмерлек бурыслы, сөнки улар Аллаһ Тәғәләнең рәхмәте менән балаға ғүмер бирә, аҡыл-зиһен һала, тәрбиәләп үҫтерә.
Ошо хәҡиҡәттән сығып ҡарағанда, әҙәм балаһы тыуған көнөндә ни эшләй ала? Әлбиттә, ата-әсәһенә күңелендәге иң изге хис-тойғоһон еткерергә, бүләк бирергә, ҡәҙер-хөрмәт күрһәтергә, алдарында баш эйергә тейеш. Ошо – иң дөрөҫ юл. Атай-әсәй алдындағы бурысты үтәп бөтөү мөмкин дә түгел, шуға күрә уларға гелән яҡты йөҙ күрһәтеү, фатихаларын алып йәшәү зарурлығы хаҡында оноторға ярамай.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әлеге йәмғиәттә бәләкәй генә баланың да тыуған көнөн ҙур байрамдай итеп үткәреү ғәҙәткә инеп китте. Мул табын әҙерләнә, ҡунаҡтар саҡырыла. Сабый түргә ултыртыла, бүләккә, тәбрикләү һүҙҙәренә күмелә, гүйә ки ул юҡтан бар булған, хайран ҡалмалы дәрәжәгә өлгәшкән. Ошолай данлауҙан бала ҙур ғорурлыҡ кисерә, күңелендә мин-минлек тойғоһо уяна башлай. Ваҡыт үткән һайын күптәрҙең талабы арта, улар тыуған көнөнә тәғәйен бүләк көтә, байрамды үткәреү өсөн ниндәйҙер күләмдә аҡса һорай башлай. Ҡунаҡтарҙың иҫәбе, тимәк, сығым арта, ата-әсә барыһын да еткерергә теләп йүгерә. Бәләкәй саҡтағы һыу-һут урынына өҫтәлгә шараптың ҡунаҡлауы ла ихтимал. Ғөмүмән, тыуған көндөң шайтан туйына әйләнеүе бар.
Исламда Ураҙа, Ҡорбан ғәйеттәре һәм изге йома көнө генә байрам тип билдәләнә. Тыуған көн хаҡында һүҙ юҡ. Ата-әсә был йәһәттән балаһына бәләкәйҙән яңылыш тәрбиә биреп, аҙаҡ үҙен ошо сараның ҡоло яһай. Ҙур мәжлестәр үткәреп, Аллаһ Тәғәләгә шөкөр итмәйбеҙ, ә Раббыбыҙҙың ҡанунынан ситкә китәбеҙ.
Алдан әйткәнемсә, тыуған көнөңдә атай-әсәйеңә рәхмәт әйтеү дөрөҫ булыр. Әгәр ҙә ки ҡәҙерле кешеләрегеҙ баҡыйлыҡҡа күскән икән, уларҙы иҫкә алып, Ҡөрьән уҡытыу зарур.
Әйткәндәй, баланы тәрбиәләүҙә грамматиканың да өлөшө ҙур. Белеүегеҙсә, беҙҙәге зат алмаштарында иң беренсе “мин” тора. Ә ғәрәптәрҙә тәүгеһе – “ул”, артабан “һин” килә, “мин” алмашы иһә – 13-сө урында. Был дөрөҫ тә, сөнки әҙәм балаһы үҙен беренселеккә ҡуйырға өйрәнмәҫкә тейеш. Ул бит – донъялағы ете миллиардҡа яҡын халыҡтың бәләкәй генә бер өлөшсәһе.
Ата-әсәлектең баһаһын төшөрмәйенсә, балаға дөрөҫ тәрбиә биреп үҫтерәйек, хөрмәтле ҡәрҙәштәр. Шулай икән, иншаллаһ, күңелебеҙ бөтөн, тормошобоҙ яҡты булыр. Әс-сәләмү-ғәләйкүм үә рәхмәтул-лаһи үә бәрәкәтүһ! Амин.