Изге ниәт – ярты дәүләт14.08.2015
Иң ҡыҙығы шунда: йәшәйештә, магазиндағы һымаҡ, бар нәмә өсөн түләргә тейешлегебеҙ барыһына ла мәғлүм. Ә ғүмер ахырында кеше хисаплашыуҙан азат, имеш.

Күңелендә иман сатҡыһы йөрөткән һәр кем үлгәндән һуң яуап биреү за­рурлығын яҡшы белә, ләкин ғәмәл­дә­ребеҙҙең ни тиклем ваҡ иләк аша үткәрелере хаҡында күптәр уйлап та бирмәйҙер. Ошо йәһәттән боронғо Басра ҡалаһында йәшәгән мосолман ғалимы Әхмәт бин Мискийндың яҙмышы хаҡында һөйләп үтеү урынлы булыр.
Һижрә буйынса 219 йылда ул ба­лаһы, ҡатыны менән бергә аслыҡ ғазаптарын кисерә. Бөтөнләй хәлдән тайғас, ир өйөн һатырға була. Юлда осраған Әбү-Нәср уға ике йәймә, бер аҙ хәлүә биреп, ғаиләһен тамаҡлан­ды­рырға ҡуша. Ҡайтып килгәндә Әхмәткә бала етәкләгән ҡатын осрай. “Был етем сабый аслыҡтан ни эшләргә белмәй, зинһар, ашарға бир уға”, – тип инәлә әсәһе, йәймәләрҙе күреп. Ә малайҙың күҙҙәрендә, гүйә, ожмах сағыла икән. Әхмәт, түҙмәйенсә, ҡулындағы аҙыҡты күҙе йәшкәҙәгән ҡатынға тоттора.
Ҡайтып, ихатаһында борсоулы уй­ҙарға бирелеп ултырған иргә Әбү-Нәср һөйөнөслө яңылыҡ килтерә: 30 йыл элек Әхмәттең атаһынан аҡса алған сауҙагәр бурысын ҡайтарырға килгән. Мискийн Аллаһҡа рәхмәт уҡып, бай­лыҡты шатланып ҡабул итә. Тәү сират­та теге меҫкен ҡатын менән етемде табып, мохтажлыҡтан сығара. Үҙе сау­ҙаға тотона. Килеменең байтаҡ өлөшөн хәйриә эштәренә, саҙаҡа биреүгә бүлә. Мөлкәте бер ҙә кәмемәй, үҫә генә бара. Шул саҡта Әхмәттең күңелендә эшмәкәрлеге менән маһа­йыу тойғоһо уяна. Уң яҡ яурынымдағы фәрештәнең ғәмәл китабын тултыр­ғанмындыр инде, Хоҙайҙың яратҡан ҡоломондор, тип эстән генә өмөтләнеп йөрөй.
Ә бер төшөндә Ҡиәмәт көнөн күрә Әхмәт. Бизмәндә ғәмәлдәр үлсәнә. Уның насар ҡылыҡтары ауыр тартып, үҙ яғын түбәнгә һөйрәй башлай. Яҡшы эштәренең нигеҙендә йә маҡтауға лайыҡ булыу теләге, йә һауаланыу, йә сәм ятҡанын шунда ғына аңлай Әхмәт… Өмөтө селпәрәмә килгәндә, бер тауыш ишетә ул: “Башҡа бер ни ҙә юҡмы?” “Бына ошо ҡалды”, – тип яуаплайҙар. Теге ике йәймә икән… Уларҙы бизмән табағына һалғас, изге ғәмәлдәр яғы бер аҙ аҫҡа ыңғайлай. Унан ярлы ҡатындың Әхмәттең шәф­ҡәтлелеге өсөн рәхмәтле күҙ йәштәре өҫтәлә. Һөҙөмтәлә яҡшылыҡ тупланған табаҡ аҫҡа төшә, һәм Мискийн ҡотол­ғанын аңлай.
Изге маҡсатта башҡарылған эш ни тиклем мөһим икән! Быны пәйғәм­бәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмдең әйткәндәре лә ҡеүәтләй: “Хаҡтыр ки, һәр кемдең ғәмәлдәре ниәттәренә ҡарап баһалана. Инсан үҙенә нимә алырға теләй – шул булыр”.
Ниәт әҙәм балаһының йөрәгендә йәшәй, рух менән һуғарыла. Энә кү­ҙендәй рыялыҡ, тәкәбберлек тә уны боҙоп, юҡҡа сығара, саң итә. Ошо турала онотмаһаҡ ине. Саф ниәттәребеҙ, эскерһеҙ күңелебеҙ, ихлас ғәмәлдә­ребеҙ сауапҡа лайыҡлы булһын.





Вернуться назад