Уның менән сикһеҙ ғорурланам. Атайым аҡыллы, көслө, ҡыйыу.
Йылайыр районының Юлдыбай ауылында тыуып үҫкән ул. Тырышып уҡыған, спорт менән шөғөлләнергә яратҡан. Ауыл мәктәбенән һуң Сибайҙа, унан Рязандәге Һауа-десант училищеһында белем алған.
Артабан атайыма Төньяҡ Кавказдағы ҡораллы бәрелештәрҙә ҡатнашырға тура килә. Бында ла ул үҙен ҡыйыу, ғәҙел кеше булараҡ таныта.
Атайым 2002 йылдан алып Өфө кадет корпусында эшләй. Рота командиры ул. “Бында белем алған малайҙар ысын ир-егет булып үҫә”, — ти атайым. Ҙурайғас, мин дә хәрби кеше булырға, кадет корпусында эшләргә теләйем. Атайым һымаҡ, йәштәрҙе илһөйәр итеп тәрбиәләйәсәкмен.
Айҙар СОЛТАНҒОЛОВ,
III класс уҡыусыһы.
Өфө ҡалаһы.