Арғаяш 85-те артылды14.08.2015
Ошо көндәрҙә Силәбе өлкәһенең Арғаяш районы үҙенең 85 йыллыҡ юбилейын билдәләне. Төбәк был ваҡиғаны ҙур уңыштар менән ҡаршылай: 500 урынлыҡ көрәш залы булған яңы спорт комплексы эшләй башланы, балалар баҡсалары ишеген асты, райондың күпселек ауылдарына газ үткәрелде.
Сара бик сағыу булды. Арғаяш ауылының үҙәк майҙанында Учалы филармонияһының “Урал-тау” фольклор ансамбле сығыш яһаны. Яңы өйләнгән йәш парҙарҙы “Йәштәр порталы” программаһында тәбрикләнеләр. Билдәле башҡорт батыры, “Рәсәйҙең иң көслө кешеһе” титулы эйәһе Эльбрус Ниғмәтуллин “Арғаяштың иң көслө кешеһе” ярышын үткәрҙе.





Вернуться назад