Армия генералы – шишмәлә ҡунаҡта14.08.2015
Армия генералы – шишмәлә ҡунаҡта Армия генералы, Генераль штаб начальнигының элекке урынбаҫары, Хәрби фәндәр академияһы президенты, хәрби һәм тарих фәндәре докторы, профессор. Йөҙҙән ашыу ғилми эш, 300-ҙән ашыу фәнни мәҡәлә авторы. Был һүҙҙәр Мәхмүт Гәрәев тураһында. Арҙаҡлы шәхес тыуған ерен – Шишмә районының Сәлих ауылын – йәнә бер тапҡыр күреү бәхетенә өлгәште. Бала сағының иң бәхетле хәтирәләрен барланы ул, халыҡ менән аралашты һәм, тыуған бишегенән илһам алып, кире Мәскәүгә юлланды.

Мәхмүт Әхмәт улы – туҡһанды уҙһа ла, йәштәр кеүек шаян, алсаҡ кеше. Элекке күрше­лә­ре, ауылдаштары, уны күргәс, генералды ҡосаҡлап алды. Һәр кем абруйлы шәхес менән аралашып, һөй­ләшеп ҡалырға теләне.
Тере­мек генерал тыуған йортон да күрергә тип килгәйне. Мәхмүт Гәрәев­тең һеңлеләре ағаларын һуңғы йыл­дарҙа булған үҙгәрештәр менән та­ныштырҙы. Йорттарының һүтелгә­нен ишеткәс, хәрби етәксенең кәйе­фе ҡырылды.
Мәх­мүт Гәрәевтең атаһы ағаһы ме­нән күрше йәшәгән. Әхмәт Гәрәевтең йорто ошонда урынлашҡан булған, хәҙер инде бында яңы хужалар өй һала. Ә элекке йорт нигеҙе урынында – баҡса.
Мәхмүт Гәрәевте М. Аҡмулла исе­мендәге БДПУ ректоры, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Раил Әсәҙуллин оҙатып йөрөнө. Оло ҡунаҡты Сәлих ауылында ошо университет етәкселегенең башланғысы менән ойошторолған белем биреү үҙәгендә тәбрикләнеләр. Биләмәлә Сәлих ауылының Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан батырҙарына обелиск ҡуйылған. Мәхмүт Гәрәев менән Шишмә районы хакимиәте башлығы Флүр Ураҙмәтов һәйкәлгә сәскәләр һалды.
Ике йыл элек Сәлих ауылында Мәхмүт Гәрәевкә арналған музей ҙа асылған. Генерал бында тупланған фондты тәүге тапҡыр күреү бәхетенә иреште. Музейға уның Рәсәй Президенты Путин һәм башҡа сәйәсмәндәр менән, Мәскәүҙә уҙған парадтарҙа төшкән фотолары, шәхси әйберҙәре ҡуйылған. Ауылдаштарына иҫтәлеккә абруйлы шәхес үҙенең кителен дә бүләк иткән икән. Яҡташтары генералдың шәжәрәһен дә төҙөгән. Был юлы музей экспозицияһы тағы бер нөсхәгә байыны – Мәхмүт Гәрәев унда яңы ғына нәшер ителгән китабын бүләк итте.
Бихисап һуғышты үткән генерал менән барыһы ла иҫтәлеккә фотоға төшөп ҡалырға теләне, һорауҙарын биреп өлгөрөргә ашыҡты. Хәрби етәксе фекерҙәре менән ихлас бүлеште. Хәҙерге заман сәйәсәтенә лә үҙенең ҡарашын еткерҙе. Уратып алған халыҡ араһынан берәү: “Һеҙҙең өсөн иң ҡиммәтлеһе нимә?” – тип тә һораны.
– Үткән ғүмерем. Бер кем алдында ла баш эймәнек, үҙебеҙҙең баһабыҙҙы һәм илебеҙҙе һаҡлап алып ҡалдыҡ. Ошо ике төшөнсә – иң ҡиммәтлеһелер, тим. Үҙеңдең тыуған илеңде ярата белергә, илһөйәр булырға кәрәк. Балаларҙы ла ошо рухта тәрбиәләү, ғаиләңде ҡурсалап йәшәү мөһим, – тип белдерҙе абруйлы ҡунаҡ.
Артабан генерал мәрхүм ата-әсәһенең ҡәбе­ренә лә барып килде. Был зыяратта Мәхмүт Гәрәевтең бик күп ағай-энеһе лә ерләнгән. Уларҙың рухына доға ҡылынды.
Мәхмүт Әхмәт улы – тере легенда. Ул 19 орден һәм 30 миҙал менән бүләкләнгән. Наградалар иҫәбендә – Ленин, дүрт Ҡыҙыл Байраҡ, Александр Невский исемен­дәге, 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордендары һ.б. Шәхес Бөйөк Ватан һуғышы тарихын өйрә­неүгә лә күп көс һалған, илебеҙҙең йылъяҙмаһын үҙгәртергә тырышыу­ҙарына гелән ҡаршы сыға, ғилми фекер алышыуҙарҙа ла әүҙем ҡатнаша.


Вернуться назад