Академияға Абдразаҡов етәкселек итә!14.08.2015
Академияға Абдразаҡов етәкселек итә! Яңыраҡ Санкт-Петербургта Елена Образцова исемендәге Халыҡ-ара музыка академияһы асылды. Уның художество етәксеһе итеп билдәле опера йырсыһы, Башҡортостандың халыҡ артисы Илдар Абдразаҡов тәғәйенләнде.

Әйткәндәй, СССР-ҙың халыҡ артисы Елена Образцова бындай уҡыу йортон асыу хаҡында күптән хыялланған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ошондай тантаналы мәлде күреү бәхете тура килмәгән уға. Легендар опера йырсыһы ярты йыл элек яҡты донъя менән хушлашты.
Елена Васильевна, музыка академияһы асыласағын белгәс, уның художество етәксеһе урынында нәҡ Илдар Абдразаҡовты күрә. Беренсенән, Илдар Әмир улы — Рәсәйҙә генә түгел, сит илдәрҙә лә киң билдәле сәхнә оҫтаһы. Бер үк ваҡытта Санкт-Петербургтағы Мария театрының да, Нью-Йорктағы “Метрополитен-опера”ның да солисы булып эшләй. Икенсенән, йәш булыуына ҡарамаҫтан, юғары баһа алып өлгөргән: “Донъяның иң яҡшы басы” тигән исемгә эйә, “Алтын битлек”, Американың “Грэмми” музыка премиялары лауреаты.
– Бындай тәҡдимде алғас, тәүҙә аптырашта ҡалдым, – тип белдерҙе Илдар Абдразаҡов. – Шул уҡ ваҡытта ниндәйҙер яуаплылыҡ та тойҙом, был эшкә ҡарата ҡыҙыҡһыныуым да тыуҙы. Шуға ла ризалаштым.
Илдар Әмир улы әйтеүенсә, академияла донъяның билдәле йырсылары оҫталыҡ дәрестәре бирәсәк. Әлеге көндә Фьоренца Коссотто, Томас Хэмпсон, Хуан Понс, Маквала Касрашвили, Монтсеррат Кабалье кеүек сәхнә йондоҙҙары Петербургка килергә ризалығын биргән.
Сәнғәт әһелдәре фекеренсә, яңы асылған академия Санкт-Петербург ҡалаһының ғына түгел, тотош Рәсәй мәҙәниәтен күтәреүгә тос өлөш индерәсәк. Ә инде шундай мөһим белем усағын арҙаҡлы башҡорт кинорежиссеры Әмир Абдразаҡовтың улы Илдарҙың етәкләүе –беҙҙең өсөн оло мәртәбә.







Вернуться назад