Ихаталар һаҡлай милләт ҡотон14.08.2015
Иҡтисад фәндәре кандидаты, профессор Вилким Мәҡсүтовтың Башҡортостан халҡының шәхси хужалыҡтары хаҡында фәнни хеҙмәте һәм монографиялары республиканың Фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премияһына тәҡдим ителде. Был фәнни эштәр, айырым проблемаларға бағышланған кеүек күренһә лә, ғәмәлдә бер-береһен тулыландырып, ауыл хужалығындағы бәләкәй эшҡыуарлыҡтың, йәғни аҙыҡ-түлек етештереүсе ваҡ хужалыҡ субъекттарының проблемаларын комплекслы хәл итеү юлдарын күрһәтеүгә, уларҙың киләсәген күҙаллауға бағышланған. Ана шуның менән уникаль хеҙмәт булып тора улар. Аграр өлкәләге ваҡ эшҡыуарлыҡ субъекттарының эшмәкәрлеген ошо юҫыҡта өйрәнеүселәр Башҡортостанда ғына түгел, Рәсәй кимәлендә лә юҡ.
Кем нисектер, мин ниндәйҙер фәнни хеҙмәткә баһа бирер алдынан уның авторының ҡыҫҡаса тормош юлы, һис юғында хеҙмәт биографияһы менән танышырға күнеккәнмен. Ана шулай үҙемсә ғалимдың был темаға тотонорға хаҡы бармы-юҡмы икәнлеген асыҡла­йым. Ергә ерекмәгән, асфальт тапап үҫкән кешенең ер, тупраҡ, ғөмүмән, ауыл иҡтисады тип ауыҙ һыуы ҡоротоуы мине ҡайһы берҙә бик ышандырып етмәй. Ә Вилким Сабир улына килгәндә, уның тормошо тәпәй баҫҡандан бирле ауыл менән бәйле. Мәскәүҙәге Тимирязев исемендәге ауыл хужалығы академияһын ҡыҙыл дипломға тамамлап Стәрлебашҡа ҡайт­ҡан егет, алған белемдәренә нигеҙләнеп, ауыл хужалығы производствоһын яҡшыр­тыу, уның етештереүсәнлеген, рентабеллелеген күтәреү тураһында хыялланып, тормошон аграр өлкәгә бағышларға ниәтләнә. Бының өсөн төрлө тәжрибәләр үткәрә, барлыҡ эште фәнни нигеҙгә ҡороп ойошторорға ынтыла.
Тынғыһыҙ, ҙур белемле егеткә төрлө вазифа тәҡдим итәләр, тик Вилким уларҙан баш тарта, тәүҙә тәжрибә туплауҙы хуп күрә. Ләкин, кем әйтмешләй, Хоҙай тәҡдиренән бер ҡайҙа ла китеп булмай. Вилким Мәҡсүтовты башта партияның Башҡортостан өлкә комитетына эшкә алалар, һуңынан уға партияның Баймаҡ районы комитетының беренсе секретары булып, байтаҡ ваҡыт ошо төбәккә етәкселек итергә тура килә. Тап ошо йылдарҙа районда ауыл хужалығы продукцияһы етештереү бер нисә тапҡырға арта. Баймаҡтар малсы­лыҡтағы, игенселектәге күрһәткестәре буйынса республикала иң алдынғылар рәтенә сыға. Быларға эште яңыса, фәнни нигеҙгә ҡороп, производствоға алдынғы прогрессив ысулдар, тәжрибәләр индереп өлгәшелә, һәм уларҙың башында, әлбиттә, Вилким Сабир улы тора. Сәнәғәт тә ныҡлы аяҡҡа баҫтырыла Баймаҡта, социаль мәсьәләләр ҙә күҙгә күренеп ыңғай яҡҡа үҙгәрә. Был уңыштарҙа район етәксеһенең хеҙмәте ҙур була, әлбиттә, һәм ул юғары баһалана – Вилким Мәҡсүтовҡа илдең иң юғары наградаһы һаналған Ленин ордены тапшырыла.
Бына шулай Тимирязев академия­һында эстәгән теоретик белем, ауыл хужалығы производствоһында тупланған мул тәжрибә киләсәктә профессор Мәҡсү­товтың ғилми хеҙмәттәренең нигеҙен тәшкил итер, уның ныҡлы ҡоршауы булып торор. Шулай икән, Вилким Сабир улының фәнни хеҙмәттәренең ерлеклелеге һис кенә лә шик тыуҙырмай.
Ғалим шәхси хужалыҡтар темаһына мөрәжәғәт иткәндә, ҡайһы берәүҙәр кеүек, был күренеште шундуҡ юҡҡа сығарырға йыйынмай, ә, киреһенсә, Рәсәй менталитеты булып торған ауыл ихаталарының йәмғиәт өсөн иҡтисади ҙа, социаль яҡтан да файҙалы икәнлеген билдәләй. “Бөгөн күмәк хужалыҡтарҙың тарҡалыуы арҡаһында ауылдарҙа тыуған көсөргәнешлекте йомшартыу йәһәтенән шәхси хужалыҡтарҙың әһәмиәте айырыу­са ҙур, – ти Вилким Мәҡсүтов. – Улар эшһеҙ ҡалған ауыл халҡына эш урыны булдырыуға, үҙебеҙҙе аҙыҡ-түлек менән тәьмин итеүгә мөмкинлек тыуҙыра, артып ҡалғанды һатып, аҡса эшләп, бер ни ҡәҙәр көнкүреште яҡшыртырлыҡ, шул уҡ ваҡытта илдең туҡланыу баҙарын үҫтерерлек форсат бирә”.
Ысынлап та, ни генә тимә, бөгөн Рәсәй буйынса дөйөм аҙыҡ-түлек күләменең яртыһынан ашыуы шәхси хужалыҡтарҙа етештерелә. Шулай икән, был категория­ға ҡараған тауар етештереүсе ваҡ ху­жа­лыҡ субъектына әйләнә бара, ти про­фес­сор. Шунлыҡтан, ғалим феке­ренсә, шәхси хужалыҡтар матди ярҙамға, Хөкүмәт тарафынан һаҡлауға вә яҡлауға мохтаж. Уның артабанғы йәшәйешен нисек тәьмин итергә мөмкин һуң? Ғөмүмән, уның киләсәген нисек күҙалларға?
Ғалим фекеренсә, шәхси хужалыҡ­тарға ҡарата дәүләт сәйәсәте комплекслы булырға тейеш. Ул иң беренсе нәүбәттә эш ысулдарын камиллашты­рыуға, ихата хужаларының йәшәү шарттарын яҡшыртыуға йүнәл­телергә тейеш. Быларҙан тыш, шәхси хужалыҡтарҙың артабанғы үҫешен тәь­мин итеү өсөн уларҙы кооперация­ларға берләштереү мөһим. Ғөмүмән, Баш­ҡортостан халҡының шәхси хужалыҡ­тары, ошо шарттар үтәлгән хәлдә, рес­публика аграр комплексының тото­роҡло эшләгән, юғары һөҙөмтәле бер структураһына әйләнәсәк. Ул ғына ла түгел, иң мөһиме – ауыл­дарҙың, шәхси хужалыҡтарҙың һаҡла­ныуы Башҡортос­тан биләмәләренең именлеген тәьмин итеүсе фактор ҙа булып тора, тип билдәләй ғалим. Бынан тыш, мәҙәниәтте, телде һаҡлау йәһә­те­нән дә ауылдың әһәмиәте ҙур икәнлеген онотмаҫҡа саҡыра ул.
Дөйөм алғанда, автор үҙ хеҙмәт­тә­рендә бәләкәй эшҡыуарлыҡтың иҡтисади категория булараҡ мәғәнәһен, уның аграр өлкәләге әһәмиәтен, һөҙөмтәлелеген бай тәжрибәле практик булараҡ аса, шуның менән иҡтисад фәненең теория­һын, методологияһын яңы асыштар менән байыта, тулыландыра. Теоретик төшөнсәләр менән генә эш итмәй, квалификациялы белгес булараҡ аграр өлкәләге эшҡыуарлыҡты отошло ойош­тороуҙың иҡтисади шарттарын, уның ауыл хужалығындағы перспективалы йүнәлештәрен билдәләп, был проблеманы үҙенсә, тап мәҡсүтовса, аса.
Афарин, Вилким ағай, бик ваҡытлы күтәргәнһегеҙ проблеманы! Һеҙҙең хеҙмәттәрегеҙ лайыҡлы баһаланыр тип ышанабыҙ.

Ғималетдин Яруллин,
“Сельские узоры” республика аграр журналының баш мөхәррире.



Вернуться назад