Барыһын да өйлө итәсәкмен22.02.2012
Ҙурайғас, төҙөүсе буласаҡмын. Әле Өфөләге, ауылдағы яңы йорттарҙы ҡарап йөрөйөм, үҙебеҙҙең өйҙөң төҙөлөшөн өйрәнәм. Ҡайһылайыраҡ матур килеп сығыр ине икән, тип төрлө һүрәт төшөрәм.
Шәп төҙөүсе булыр өсөн мәктәптә, унан юғары уҡыу йортонда яҡшы белем алырға кәрәк.
Тәүҙә, әлбиттә, ябай төҙөүсе булырмын. Тырышып эшләп, директор булып китермен. Етәксе кеше халыҡты уйларға тейеш, ти әсәйем менән атайым. Шуға ла мин төҙөгән һәр йорттоң бүлмәләре иркен, яҡты буласаҡ. Бәләкәстәргә, өлкәндәргә еңел булһын өсөн яҡшы лифттар ҡуясаҡмын.
Бесәй, эттәргә лә өй төҙөйәсәкмен. Улар урамда асығып, өшөп йөрөмәһен.
Ә иң тәүҙә, әлбиттә, әсәйем менән атайыма, апайыма ҙур баҡсалы матур йорт һаласаҡмын.
Айрат ҒИЗЗӘТУЛЛИН,
Ф. Мостафина исемендәге 20-се Өфө ҡала башҡорт
гимназияһы уҡыусыһы.


Вернуться назад