Комбайндар баҫыуға төшкәйне генә, еңелсә һибәләп үткән ямғыр эште туҡтатты ла ҡуйҙы. Ураҡсылар, һөйләшеп ҡуйғандай, бер юлы кабинанан сығып, төрлөһө төрлө шөғөлгә сумды. Хәҙер иһә бакуйҙың кипкәнен көтөргә кәрәк. Дим буйҙарында ошондай үҙенсәлекле күренеш йыш күҙәтелә. Әҙ генә төшкән тамсы ла урып йыйыу эштәрен ныҡ тотҡарлай. Дөйөм алғанда, әле Әлшәй районында иген культуралары 20 мең гектар майҙанда сабылған, ә 18 меңдән ашыу гектарында һуғылған. Гектар ҡеүәте – 16 центнер тирәһе. Шул уҡ ваҡытта ужым сәсеү йылдам бара, ер туңға һөрөлә.Райондың мәғлүмәт-консультация үҙәге директоры Илһам Зарипов белдереүенсә, игенселәр әле һәр көндө генә түгел, ә һәр сәғәтте файҙаланып ҡалырға тырыша.
“Агрокоппинвест” хужалығы ла бер нисә йүнәлештә эшмәкәрлеген йәйелдергән. Әлбиттә, өҫтөнлөк – ураҡҡа, унан инде ужым сәсеүҙе башҡаралар.
– Йылды бер нисек тә аңлап булмай шул, уның төрлөсә килеүе мөмкин, – тип һөйләй яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттең агрономы Айрат Арыҫланов. – Күп йылдар ауыл хужалығы тармағы менән бәйле эштәрҙә мәшғүл булғас, быны яҡшы беләм. Шуға күрә лә һәр көтөлмәгәнлеккә әҙер тораһың. Игенселәрҙең киләсәккә ҡарап йәшәүе, алдарына аныҡ маҡсаттар ҡуйыуы һөйөндөрә, берәүҙең дә мыжыуын, төшөнкөлөккә бирелеүен күргәнем юҡ.
Хужалыҡ идараһы Раевка ҡасабаһында урынлашҡан, хеҙмәткәрҙәрҙең күбеһе Түбәнге Әүрез, “Раевка” совхозының Дим бүлексәһе ауылдарынан, йәмғеһе 80-дән ашыу кеше эшләй. Әйткәндәй, игенселәр өсөн төрлөсә дәртләндереү сараларын ҡулланыуҙы йолаға әйләндергән етәкселек. Мәҫәлән, комбайнсылар һәм шоферҙар ураҡҡа йәлеп ителгән саҡта бесәнде төрөлгән килеш уларҙың ихата алдарына килтереп ауҙаралар, быны игенселәрҙең белмәй ҡалыуы ла ихтимал. Ашлыҡ урғанда “ҡышҡылыҡҡа мал аҙығын ҡасан һәм нисек әҙерләрмен икән”? тип бер кем дә баш ватмай.
Айрат Миҙхәт улының һүҙҙәренә ҡарағанда, яғыулыҡ-майлау материалдары алдан уҡ хәстәрләнгәс, был тәңгәлдә аңлашылмаусанлыҡтар юҡ, хеҙмәткәрҙәрҙе яланда ашатыу иһә көнөнә ике тапҡыр ойошторола, техниканы көйләү һәм рәтләү ҙә баҫыу ҡырында башҡарыла. “Ҡөҙрәте киң әпәкәйҙең, таңды таңға тоташтыра, тир һораған хеҙмәтте лә шатлыҡ менән дуҫлаштыра”, тип фекерен шиғыр юлдары менән тамамланы әңгәмәсем.
Комбайнсы Ғәле Хөснөтдиновтың да әйтер теләктәре йыйылған. 40 миҙгел инде комбайндан төшмәгән игенсе бөгөн тормоштоң яҡшырыуына шатлығын йәшермәне. “Элекке ваҡыт менән хәҙергене сағыштырып булмай, ғөмүмән, иркенлек һәм муллыҡ киләсәк быуындарҙы ла шатландырып торһон ине”, – ти ул.
Ҡояш йылмайыу менән Ғәле ағай иң беренсе булып комбайнын ҡабыҙҙы, уға йәштәр ҙә эйәрҙе. Түбәнге Әүрез ауылы янында арпа һуғыу артабан дауам итте. Аяғыбыҙҙың төклө булыуын юлда саҡта Айрат Арыҫланов телефон аша еткерҙе – ямғыр көсәйерҙән алда был баҫыуҙа эште тамамлап та ҡуйған уңғандар.