Әле – ауыл эшсәндәре өсөн иң ҡыҙыу мәл. Беренселәрҙән булып һоло һуғырға төшкән Ленин исемендәге кооператив игенселәре менән яҡындан танышыу маҡсатында Баймаҡ районы хакимиәте башлығының ауыл хужалығы буйынса беренсе урынбаҫары Азат Шәриповтың машинаһында район баҫыуҙарын гиҙәбеҙ. “Толпар” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең әкрен генә иҫкән елгә туҡ башаҡтарын елберҙәткән иген баҫыуы аша үтеп, Ҡуянтау баҫыуына юл алдыҡ.— Быйыл уңыш яҡшы, тик ваҡытында йыйып өлгөрөргә кәрәк, — тип хафалана Азат Булат улы. — Әле һолоноң иң өлгөргән сағы, бер-ике көнгә һуңлағанда, ул ҡойола башлап, уңыш кәмейәсәк.
Күҙ күреме етмәҫ яланда баҫыу караптары “йөҙә”: кемдәрҙер бойҙайҙы яҫмаларға һала, икенселәре урып һуға, өсөнсөләр ашлыҡты машинала бураларға ташый. Хужалыҡтың баш агрономы Урал Әхмәтйәнов әйтеүенсә, 200 гектарҙағы һоло урып йыйылған. Ул быйыл үҙенең төшөмө менән ҡыуандырған – гектарынан 20 центнер биргән. Көндәр аяҙ торғанда, эште тиҙ арала тамамлап, арпа баҫыуына төшөргә йыйыналар.
Әйткәндәй, Ленин исемендәге хужалыҡ игенселәренә быйыл 2 мең 500 гектарҙа иген культураһын йыйып алыу бурысы тора. Бының өсөн бар шарттар булдырылған: техника әҙер, яғыулыҡ етерлек. Хужалыҡта ҡышҡылыҡҡа мал аҙығын туплау ҙа дауам итә, әле 1510 тонна бесән әҙерләнгән, силос һәм сенаж һалына.
Икмәк бешереүсе Зилә Рысмөхәмәтова, ашнаҡсылар Миңнур Ишалина, Зәлифә Исхаҡова игенселәр өсөн тәмле аш-һыу әҙерләй.
Урып һуғыуҙа хужалыҡтың тәжрибәле комбайнсылары Зөфәр Үтәбаев, Альберт Шаһморатов, ашлыҡ ташыусы водитель Шәфҡәт Ғайсин юғары һөҙөмтәләргә ирешә.
Йәйҙең бер көнө йылды туйҙыра тигән мәл етте ауыл кешеһенә. Таң һарыһынан алып ҡара кискә тиклем тир түккәндәрҙең өҫтәле мул буласағына шик юҡ.