Атай васыятына тоғролоҡ12.08.2015
Атай васыятына тоғролоҡ Һәр ваҡыт хәрәкәттә, тынғыһыҙ булғанғамы, уға үҙенең йәшен биреүе ҡыйын. Иҫке Балтас ауылында йәшәгән Данис Ғафур улы Саҙретдинов йәйҙең беренсе көнөндә ғүмеренең сираттағы үренә атланы. Илебеҙгә Еңеү алып килгән 1945 йылдың 1 июнендә Көнтүгеш ауылында өлкән бала булып донъяға ауаз һалған ауылдашыма
70 йәш тулды.



1924 йылда Саҡмағош ра­йо­нының Яңыбирҙе ауылында тыу­ған Нурйыһандың үҙенән өлкән ике ағаһы Ленинград ҡалаһына барып урынлаша. Аслыҡ, юҡлыҡ ғазабы үҫмер ҡыҙҙы ла ауыр хәлгә ҡалдырғас, ағайҙары уны ла үҙҙәре янына ала. Күп тә үтмәй, Бөйөк Ватан һуғышы башлана. Башҡортос­тандан килгән халыҡты туп­лап эвакуациялайҙар. Нурйыһан Балтас районына эләгә. Бында хисап­сыға уҡый. 1944 йылда фронттан яраланып ҡайт­ҡан Көнтүгеш ауылы егете Ғафур Саҙ­ретдинов шул йылдарҙа Балтаста тракторсы һөнәрен үҙләштерә. Йәштәр таныша, табыша һәм ҡауыша. Ғафур Саҙретдинов йәнә фронтҡа юллана. Нурйыһан тракторсылар бригадаһы хисапсыһы булып эшләй. Улы Данис тыуа. 1946 йылда ҡайтып төшкән Ғафурын ҡатын бер йәшен тултырған улы менән ҡаршылай.
Теремек, уҫал, әрһеҙ булып үҫә Данис. Әсәһе менән баҙарға сыҡҡас, халыҡ һары башлы ма­лайҙы ҡулына алып һөйә. Ҡанлы һуғыш осоронда ауылда сабый тыуыуы мөғжизәгә тиң күренеш була.
Балтас МТС-ының тракторсылар бригадаһы бригадиры Ғафур Саҙретдиновтың вазифаһы үтә лә яуаплы. Ҡайһы колхозда эш ауыр, шунда ебә­рәләр. Райондың байтаҡ ауылдарында айҙар дауамында йөрөргә тура килә. Ә МТС-тар тарҡатылғас, ғаилә Көнтүгеш ауылына ҡайтып төпләнә. Ул арала малай мәктәп йәшенә етә.
— Дәрестәр тамамланғас, мине бер сәғәт дауамында ҡайтармай мәктәптә тоталар, сөнки белә­ләр, башҡа уҡыусылар менән ҡайтырға сыҡһам, юғары һәм түбән ос балалары ауыл уртаһындағы халыҡ телендә “ҡойо тау” тип йөрөтөлгән урында юҡ сәбәпте бар итеп йоҙроҡ төйөнләп һуғышабыҙ. Нимә бүлгәнбеҙҙер, хәҙер аптырайым, — тип иҫкә ала осорҙаштарынан ҡыйыулығы, уҫаллығы менән айырылған ауылдашым уҡыу йылдарын.
Ауылдағы ете йыллыҡ мәктәпте тамамлағас, 1961 йылда 16 йәшлек егет “Большевик” колхозында ауылдашы Сәлих Хәмитов хеҙмәтләндергән комбайнда ярҙамсы сифатында хеҙмәт биографияһының тәүге битен аса.
1963 йылда егет Асҡында тракторсыға уҡый. Әҙерлек курсы үтеп, һөнәр үҙләштереп ҡайтҡан Данис колхозда эшләй. Уҡыуҙа дәрес ҡалдырмаған, һәр занятиела әйтелгәндәрҙе асышҡа тиңләп шөғөлләнгән егет техниканан ләззәт таба. 1965 йылдың октябрендә армия хеҙмәтенә саҡырыла. Ун бер ай Остер ҡалаһында танк механик-водителенә уҡый. Уҡыуын тамамлағас, рота командиры Саҙретдиновты саҡыртып ала ла былай ти:
— Һине Киевҡа ебәрәйекме, әллә Харьковҡамы? Һайла!
Киевта механиктар әҙерләйҙәр, ә Харьковта танк ғәскәрҙәре өсөн командирға уҡыталар. Егет Харьковты һайлай.
— Ауылдашым, осорҙашым Ғәлихан Бәләғетдинов шул йылдарҙа нәҡ шул ҡалала оҙатыу ротаһында хеҙмәт итә, уның менән хатлаша инек. Барғас та, көнөн билдәләп, ауылдашым менән осраштыҡ...
Ғүмерендә матур иҫтәлектәр ҡалдырған миҙгелде әле лә һағынып иҫкә ала Данис Ғафур улы. Шул йылдарҙа 1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышының хәл иткес алыштарын һүрәтләгән, биш фильмдан торған героик хроника — Юрий Озеровтың “Освобождение” тигән масштаблы киноэпо­пеяһы төшөрөлә. Һуғыш тарихында иң ҙур танк һуғышы барған Курск дуғаһындағы алыш, Днепрҙы кисеү ваҡиғаларын тасуирларға ауылдашым хеҙмәт иткән училищеның Т-34 танктары ла ебәрелә. Август—октябрь айҙарында Киевҡа етергә бер нисә километр ҡалараҡ биш ауыл уртаһындағы майҙанға урынлаштырылған лагерҙа палаткаларҙа йәшәп, кинофильмда төшәләр.
— Танк һуғышы эпизодында беҙ­ҙең Т-34-тәр ҡулла­нылды, ә не­мецтарҙыҡы итеп Симферополдәге частан килтерелгән техниканы төҫтәрен үҙгәртеп, ҡалай менән тышлап, тәре билдәләре ҡуйып әҙерләнеләр. Яңы дуҫтар табыу менән дә ҡыҙыҡлы, иҫтә ҡалырлыҡ ваҡиғаларға бай булды был айҙар. Фильм төшөрөү серҙәрен күреп таралыштыҡ, — тип хәтерендә яңырта ул йылдарын яҙмамдың геройы.
1968 йылда хәрби хеҙмәтен теүәлләп тыуған ауылына ҡайта. “Большевик” колхозында инженер-механик булып эшкә тотона. Өс йылдан, ғүмерендә тағы ла бер иҫтәлекле ваҡиға теркәлә — Вәзирә Факаетдин ҡыҙы менән ғаилә ҡора. Энергияһы ташып торған, кеше менән эш итә белгән белгескә районда ла тиҙ иғтибар итәләр. Шул уҡ йылдың көҙөндә Данис Саҙретдиновты “Райсельхозтехника” берләшмәһендә сауҙа буйынса идарасы урынбаҫары итеп алалар. Егелеп эшләй егәрле ир-егет. Волгоград, Харьковтағы заводтарға, әленән-әле Ульяновск ҡалаһына, Алтай крайына командиров­ка­ларға ебәрелә. Һәр барыуында бурысын еренә еткереп үтәп ҡайта.
— Йылдың 365 көнөнөң яртыһы гел юлда йөрөп үтте, — тип әңгәмәгә ҡушыла Данис Ғафур улының кисе­рештәрен уртаҡ итеп йәшәгән ғүмер юлдашы Вәзирә Факаетдин ҡыҙы. — 1972 йыл башында өлкән улыбыҙ Азамат тыуҙы. Шул мәлдә Иҫке Балтас ауылына күсендек...
Данис Саҙретдинов 11-се училищела про­изводствоға өйрәтеү мастеры ла була, 1986 йылдан райондың юл төҙөү һәм ремонтлау бүлегенә начальник итеп үрләтелә. 1990 йылда бүлек идаралыҡ статусы ала. Хаҡлы ялға сыҡҡансы Балтас май эшләү заводында эшләй.
Ҡайҙа ғына, ниндәй генә вазифала булмаһын, башҡа­ларҙың хәленә керә белә, яҡшы ойоштороу­сы, кеше психологияһы нескәлектәрән аңлап эш итә. Шуға күрәлер, юлында осраған ҡатмарлы хәлдәрҙе лә имен үткәрә. Йөрәккә ҡатмарлы операция ла үткәрергә тура килә. Тормошто, кешеләрҙе яратҡан, һәр атҡан таңды һөйөнөп ҡаршылаған, именлектә уҙған көнөн шөкөр итеп оҙатҡан ир уҙаманы ул һынауҙы ла еңә.
Һүҙемдең башында уның әле лә йәштәрсә етеҙ булыуы тураһында әйтеп үткәйнем. Бының серен ул ябай ғына аңлата:
— Тормош иптәшемдән, балаларымдан, туған­да­рым­дан уңдым. Ике улыбыҙ ҙа — Азамат менән Азат йөҙөбөҙгә ҡыҙыллыҡ килтермәне, атай-әсәй һүҙен тотоп тормош юлына баҫтылар. Инде үҙҙәре өлгөргән ир, күптән атай. Тормош һынауҙарын Аллаһтың рәхмәте тип ҡабул итәм. Шуғалыр, һәр ҡыйынлыҡты үтергә үҙемдә көс табам. Ейәндә­ребеҙ, килендәребеҙ ҙә ипле, аҡыллы. Шулай булғас, ҡартлыҡ та сигенә торғандыр...
Ә тормошта барыһы ла һин көткәнсә генә булмай. Ике йөҙлөлөк тә осрай, һатлыҡ йәндәр ҙә юҡ түгел. Эш дәүерендә Данис Ғафур улын да урап уҙмаған ундайҙар. Бындай саҡта уны мәрхүм атаһының әйткән һүҙҙәре ғүмере буйы оҙата килә: “Улым, һиңә таш менән атҡанға ла аш менән ат...”
Бына шундай матур күңелле, бәхетле кеше геройым. Афарин, Данис Ғафур улы!







Вернуться назад