Янғын күрһәң, шылтырат!12.08.2015
Урман хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, быйыл янғынға бәйле хәүефле осор башланғандан бирле Башҡортостан урман хужалығы биләмәләрендәге
90 гектарҙан ашыу ерҙә 30 ут сығыу теркәлгән.
Янғындарҙың яртыһына кешеләрҙең ут менән һаҡһыҙ эш итеүе сәбәпсе булған. Ведомство вәкилдәре урмандарҙа хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре хаҡында онотмаҫҡа саҡыра. Янғын сыҡҡан осраҡта урман һағының телефонына шылтыратыу һорала: 8-800-100-94-00

Ошо көндәрҙә күҙәтеү барышында Йылайыр районының Кесе Юлдыбай, Ейәнсура районының Таҙлар, Бөрйән районының Яуымбай ауылдары эргәһендә урман яныуы асыҡлана. Уларҙы һүндереүгә 65 кеше һәм 22 берә­мек техника йәлеп ителгән.
Ял көндәрендә иһә Баймаҡ районының Монасип ауылы эргәһендә янғын сыға. Уны һүндергәнсе ике гектарҙан ашыу ер зыян күрә. Йылайыр районында һигеҙ гектарҙан ашыу урман яна.





Вернуться назад