Һәр баланың ялға хоҡуғы бар12.08.2015
Һәр баланың ялға хоҡуғы бар “Ҡыҙыу нөктә”ләрҙә барған хәл-ваҡиғаларҙы күреү һәр кемдең, бигерәк тә балаларҙың күңеленә ауыр тәьҫир итә. Әле генә йәшәй башлаған малай һәм ҡыҙҙарҙың һоҡланғыс бала сағын урларға бер кемдең дә хаҡы юҡ.

Украиналағы Луганск ҡалаһынан Өфөгә 7 – 15 йәштәге балалар килде. Уларҙың ялын матур, тыныс, бай йөк­мәткеле итеп үткәреү өсөн бер нисә проект та әҙерләнгән. Бизнес-сме­нала, мәҫәлән, эшҡыуарлыҡ серҙәренә өйрәтһәләр, КВН-да көлөп-шаярып алыу мөмкинлеге буласаҡ.
– Балаларҙың күптә­ре Ҡырымға бара алма­ны, шуға күрә Баш­ҡортостанға сәфәр­ҙе бик һөйөнөп ҡабул итте, – тине Луганск делегацияһы вәкиле Наталья Васильченко.




Вернуться назад