Сит ризыҡ юҡ ителә12.08.2015
Санкция иғлан ителгән продукцияны юҡ итеү халыҡтың туҡланыу сифатына йоғонто яһамаясаҡ, тип иҫәпләй Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев.
Ғәмәлдәге санкциялар тейешле норматив документҡа нигеҙләнә, шуға күрә уларҙы тормошҡа ашырыу зарур. Етмәһә, төрлө мутлыҡ ҡылыу – сит илдән сифатһыҙ, гендары үҙгәртелгән аҙыҡ-түлек индереү осраҡтары ла бар. Уларҙың сығышын, хәүефһеҙлеген раҫлаған ветеринария тикшереүе һәм башҡа билдәләре лә булмай.
Спикер фекеренсә, күрше төбәктәрҙә бындай тауарҙы “ҡулға алыу” күренештәре Рәсәй баҙарына кешенең ғүмеренә, сәләмәтлегенә янаған аҙыҡ-түлек сығыуын сағылдыра. Белгород өлкәһендә ҡулға төшкән йәшниктәрҙә, мәҫәлән, ысын сыр түгел, ә антибиотиклы сыр продукты табыла.
– Үҙебеҙҙең ауыл хужалығы ярайһы уҡ көслө үҫешкән, ул бер нисә тонна контрабанда тауарын ҡапларлыҡ ҡеүәткә эйә. Ҡабул ителгән саралар сифатһыҙлыҡтан арыныу ғына түгел, урындағы етештереүселәргә һөҙөмтәле эшләү мөмкинлеген дә бирәсәк, – тип белдерҙе Константин Толкачев. – Тыйылған тауарҙы юҡ иткәндән хаҡтар күтәрелмәйәсәк.
Әйткәндәй, Владимир Путиндың “Рәсәй Федерацияһының хәүефһеҙлеген тәьмин итеү маҡсатында айырым махсус иҡтисади алымдар ҡулланыу” тураһындағы Указы үҙ көсөнә инде. Ил Хөкүмәте Федераль таможня хеҙмәтенә, “Россельхознадзор”ға, “Роспотребнадзор”ға тыйылған исемлеккә ингән тауарҙы юҡ итергә тигән йөкләмә бирҙе. Рәсәйҙә был эш 6 августа башланды.