Дуҫтарға ярҙам – изге эш12.08.2015
Ҡырым парламенты делегацияһының Башҡортостанға сәфәре барышында ике республика араһында ҡануниәт эшмәкәрлеге буйынса хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйыласаҡ.
Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай һәм Ҡырым Республикаһы Парламенты ҡабул иткән килешеүгә ярашлы, федераль закондарҙың проекттарын әҙерләү, тикшереү, норматив акттар, методик һәм башҡа материалдар менән алмашыу, уртаҡ ҡыҙыҡһыныу уятҡан конференциялар, семинарҙар, осрашыуҙар үткәреү күҙаллана.
– Парламент-ара бәйләнештәр тигеҙлек һәм үҙ-ара уртаҡ ҡыҙыҡһыныуҙар принцибынан үҫтерелә, – тине Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев. – Хеҙмәттәшлек тәү сиратта ҡануниәт процесын камиллаштырыу, ҡабул ителгән закондарҙың сифатын яҡшыртыу һәм уларҙың үтәлешен күҙәтеү маҡсатынан булдырыла.
Бөгөн Башҡортостан һәм Ҡырым парламенттары араһында күп яҡлы уңышлы хеҙмәттәшлек булдырылған. Шулай, Ҡырым депутаттарының үтенесе буйынса, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Секретариаты ғәмәлдә булған һәм ҡабул ителәсәк ҡануниәт акттарын тикшергән.