Бөрйән районының Иҫке Собханғол ауылында Балалар сәнғәт мәктәбе эшләй. Уҡыусылар бында ҡурай, баян, фортепьянола уйнарға өйрәнә, рәсем төшөрә, тынлы музыка ҡоралы һәм хореография ансамблдәрендә шөғөлләнә.
Сәнғәт мәктәбенең “Аҡбуҙат” исемле ҡурайсылар һәм “Осҡон” бейеү ансамблдәре “өлгөлө” исемен йөрөтә. Улар районда ғына түгел, республикала үткәрелгән сараларҙа ла уңышлы сығыш яһай.
“Осҡон” күптән түгел Ейәнсурала үткән төбәк бейеү конкурсынан еңеү менән ҡайтҡан. Улар сәхнәгә “Йәш мортазинсылар” һәм ҡалмыҡ халыҡ бейеүҙәрен алып сыҡҡан.
— Егеттәребеҙ, ысынлап та, осҡон һымаҡ! — ти ансамблдең етәксеһе Марсель Мөхәмәтғәлин. — Рухлы, һәләтле, ифрат ныҡышмал бейеүселәребеҙ төбәгебеҙҙең данын тағы ла арттырасаҡ әле.
Дилбәр Ишморатова