Халыҡ өмөтөн өҙмәй12.08.2015
Халыҡ өмөтөн өҙмәй “Социнвестбанк” акционерҙар йәмғиәте тирәһендә ҡуйырған имеш-мимеш тураһында тик бишектәге сабый ғына белмәйҙер. Ысынында хәлдәр һис кенә лә шәптән түгел. Һуңғы тиненә тиклем аҡсаһын шунда алып барып һалған кешеләрҙе күҙ алдына баҫтырһаң, күңелгә шом йүгерә. Һинең менән дә шулай булмаҫ тип кем гарантия бирә?!
Банк бүлексәләре янынан ике аҙнанан ашыу инде кеше өҙөлмәй. Иртәнге 11-ҙәр тирәһендә Зәки Вәлиди урамында урынлашҡан үҙәкләштерелгән операция идаралығы алдында утыҙлаған ир-атты, ҡатын-ҡыҙҙы тап иттек. Өйкөм-өйкөм йыйылып, нимәлер тураһында ҡыҙыу бәхәсләшәләр. Эшкә килгән шикелле, иртә менән көн һайын банк ишеген һағалайҙар. Мәҫәлән, хаҡлы ялдағы Ғәлләметдин Фәссәхов барлыҡ аҡсаһынан ҡолаҡ ҡағырына һис кенә лә ышанмай.
– Ҡатынымдың үтенесе буйынса килдем, – тип һөйләй Ғәлләметдин Шәрәфетдин улы. – Ул ғүмере буйы Өфө заводтарының береһендә эшләне. Пенсияға сыҡҡас, аҡсаны ҡайҙа һаҡларға тип баш ватманы, туп-тура “Социнвестбанк”ка илтте. Бер нисә йыл шулай булды. Элек аҡсаны ҡасан теләйбеҙ, шул көндә һалдыҡ, кәрәк саҡта алдыҡ. Бер ҡасан да тотҡарлыҡ күҙәтелмәне.
Ғәлләметдин Фәссәхов үҙен тыныс тотоуын былай аңлатты. Баҡтиһәң, “страховка” тигән төшөнсә бар икән. Әйтәйек, был ос­раҡта һаҡ­лам­дың бер миллион 400 мең һумға тик­лемен дәүләт кире ҡай­тара. Унан күберәк икән – юҡ.
Әлфиә Кашапованың, киреһенсә, ҡурҡыуы йөҙөнә сыҡҡан, ул ғәҙел­һеҙ­лек менән һуңғы көнгәсә көрәшергә әҙер булыуын еткерҙе. Әлфиә Заһит ҡыҙы белдереүенсә, алты йыл ошо банкка ғына ышаныс күр­һәт­кән, быға тиклем һәр ваҡыт тәртип булған. Ә инде 27 июлдә аҡсаның “туң­дырылыуын” ишетеү уға аяҙ көн­дә йәшен атҡан шикелле тәьҫир иткән.
Ишекте асып ҡарарға маташыу, ҡаты итеп шаҡыу, шулай уҡ шылтыратыу бер ниндәй ҙә һөҙөмтә бирмәне. Эргәһендәге банкомат та эшләмәй. Тәҙрәгә “Граждандар! Исемлеккә үҙегеҙҙе теркәгеҙ. Президент Хакимиәтенә, Прокуратураға мөрәжәғәт итеү өсөн” тигән яҙыу эленгән.
Бына көтмәгәндә халыҡ ағымы Туҡай урамы яғына йүгереште, ҡыҙыҡһынып беҙ ҙә шул яҡҡа ыңғайланыҡ. Баҡтиһәң, кемдеңдер сығып килгәнен күргәс, олоһо ла, кесеһе лә запас ишек янына ашыҡҡан. Унан күренгән йәш ҡыҙ һорауға ла иғтибар итмәй, йылмая биреп, эргәбеҙҙән үтте лә затлы автомобилгә ултырып китте. Халыҡ телен­дәге “черный ход” янында тәмәке көйрәткән ирҙәргә өндәшеү ҙә файҙаһыҙ булды.
– Һаҡланған аҡсаңдың ниндәйҙер өлөшөн уларға кире бирергә риза булғанда ғына банкка индерәләр икән тип ишеттем, ә мин улай итмәйәсәкмен, – тине берәү.
– Тир түгеп тапҡанымды ни өсөн улар менән бүлешергә тейешмен әле? – тип уға ҡушылды эргәһендә торғаны.
– Ҡарурманда аҙашҡан юлсы хәлендәбеҙ, – тине бер апай. – Исмаһам, сығып аңлатма бирһәләр ине...





Вернуться назад