Тимерҙәй ныҡлы Тимерғәлиевтәр12.08.2015
Тимерҙәй ныҡлы Тимерғәлиевтәр – Ләйсән, тамағыңа ашап йөрө, ишеттеңме?
– Ә һин, Ләйлә, мәктәпкә барып еткәс тә шылтырат, йәме!
Сәскәләй ике ҡыҙын уҡыуға оҙатып, кескәй Данир уянмаҫ элек беренселә уҡыған Илдарҙың өҫ-башын рәтләргә тотонғайны ғына, хужабикә Светлананың муйынына өс йәшлек Лилиәһе килеп һырылды. Көндәлек мәшәҡәттәренең күплегенә, ваҡлығына ҡарамаҫтан, әсә кеше һәр саҡ бөйөк булып ҡала: һәр сабыйына ла иғтибарын, йылыһын тигеҙ өләшә! Гүзәл заттың бит бар матурлығы әсә булыуҙа!


Юғары уҡыу йортон тамамлағас та, Светлана мәктәпкә эшкә килә. Тырыш студентты аспирантураға саҡырып ҡа­ла­лар, әммә бер­ҙән-бер ҡыҙ әсәһенә яҡыныраҡ булыр өсөн Стәрлетамаҡта төпләнә. Ҡаланың Жә­лил Кейекбаев исемендәге 3-сө гимназияһында башҡорт теле һәм әҙәбиәтен уҡыта, класс етәкселеге ала, йәш, өмөтлө белгесте фәнни-ғәмәли эшмәкәрлеккә лә йәлеп итәләр. Артабан Светланаға директор урынбаҫары вазифаһын ышанып тапшыралар. Ошо яуаплы бурыстарҙы иңләп тә, бер нисә тапҡыр декрет ялында булып өлгөрә Светлана ханым. Тәүҙә 11 айлыҡ Ләйсәнде ҡалдырып эшкә сыҡһа, Ләйләгә йөклө көйө “Йыл уҡытыусыһы” бәйгеһендә ҡатнашырға йөрьәт итә ул.
Әлбиттә, биш баланы бағыу, ай-һай, еңел­дән түгел, әммә янында тоғро таянысы, ире Дилфәрҙең ел-ямғыр тейҙермәй ҡурсалап тороуы әсә кешегә ҡанат, көс бирә. Йорт ху­жа­һы, ысынлап та, ҡаялай ныҡлы, ышаныс­лы, ныҡыш.
– Эштән ҡайтып та инә, өй мәшә­ҡәтенә сума. Һис кенә лә арыным тип зарланмай. Ашарға ла бешерә, өйҙө лә йыйыштырыша, балаларҙы ла ҡараша – унан уңдым, – тип һөйөнә Светлана. – Ә шулай ҙа ирҙең төп бурысы – ғаиләгә икмәк килтереү.
Ғәҙәттә, ишле ғаиләлә әсәләр тотошлайы менән балалар донъяһына сумған була, ә Тимерғәлиевтәрҙә иһә башҡаса: Светлана малай-ҡыҙҙарын да бағып өлгөрә, донъяһын да ялт итеп тота, төрлө яҡлап ғилем туплау, камиллашыуға ла ваҡыт таба. Интернет селтәре, телевидение аша ғаиләгә ҡағы­лышлы тапшырыуҙар, фәһемле мәғлүмәт менән таныша, ҡалала, илдә барған хәлдәр менән дә яҡшы хәбәрҙар. Етмәһә, аҙна һайын күмәкләп ауылға ҡайтып әйләнергә лә өлгөрә­ләр Тимерғәлиевтәр. Тормоштоң уртаһында ҡайнап йәшәй, тиҙәр Светлана кеүектәр хаҡында.
– Биш баланы машинама ултыртып, кәрәк урынға сығам да китәм, руль үҙемдең ҡулда. Юл инспекторҙары туҡтатҡанда аптырап китә хатта, – ти ул ябай булмаған тормошо хаҡында. – Тик бына улар аңлап ҡабул итһә лә, башҡалар хәлемә инергә теләмәй. Урамға бер юлы күмәкләп сыҡһаҡ: “Абау, барыһы ла һинекеме?” – тип аптырайҙар. Артымдан: “Аҡса өсөн тапҡандыр инде”, – тип ҡалғандар ҙа булғылай. Ниндәй аҡса хаҡында һүҙ барһын инде?! 5-6 мең аҡса биш баланы түгел, берәүһен кейендереп-ашатырға ғына етә. Шөкөр, үҙ балаларыбыҙҙы үҙ көсөбөҙ менән бағабыҙ.
Ысынлап та, ҙур ғаилә тураһында һүҙ сыҡһа, ирекһеҙҙән күҙ алдына эскесе ата-әсә, йыуынмаған-ҡаралмаған балалар килеп ба­ҫа, ә нишләптер ишле ғаилә данын күтә­рерҙәй Тимер­ғәлиевтәр кеүектәр иғтибарҙан ситтә ҡала. Күп балалы ғаиләләргә, әсәләргә йәм­ғиәт­тең генә түгел, дәүләттең дә иғтибары аҙыраҡ кеүек. Юҡһа ете кешенән торған ғаиләнең эш урынынан бирелгән, тик һаман да авария хә­лендәге фатирҙа йәшәүен нисек аң­ла­тырға? Ирекһеҙҙән совет осо­ро иҫкә төшә: бер балаң бул­һа – ике бүлмәле фатир, ике бала үҫ­терһәң өс бүлмәлеһен бирәләр ине. Ә хәҙер? Икенсе бала тапҡанға – 430 мең һум күләмендәге әсәлек капиталы, өсөнсө бала донъяға килгәс, бушлай ер биреү ыштанһыҙ көйө ҡайыш таҡҡан һымаҡ ҡына.
Тимерғәлиевтәргә әйләнеп ҡайт­ҡан­да, ауырлыҡтарға бирешмәй, биш са­бый баҡҡан ата-әсәнең ҡартайған көн­дәрендә терәк-таяныстары була­саҡ. Ғаиләнең бөгөнгөһө лә, киләсәге лә тимерҙәй ныҡлы, йылы, ҡотло.






Вернуться назад