Нимәнеңдер шаҡ та шоҡ килеп, бер-береһенә һуғылып, имәнес тауыш сығарғанына тертләп уянды Сабур. Саҡ ҡына күҙен элеп алайым тигәйне, үҙе лә һиҙмәҫтән ойоған да киткән. Хәлдең айышына төшөнә алмай интекте, ҡыҫыҡ күҙҙәре асылмай ыҙалатты. Дәү кәүҙәле ир, көрәктәй ҡулдары менән алдағы ултырғыстың тотҡаһына йәбешеп, алғараҡ шылып ултырҙы, йыуан бармаҡтары менән күҙен ыуалай алмаясағын белһә лә, маташты. Баҡтиһәң, трамвайҙың урта ишеге боҙолған икән. Машинист уны яңынан ябып асмаҡсы итә, ә теге ярты юлда туҡтай ҙа ҡала. Был күренеш һынған ҡанатын иңенә һала алмай йонсоған зәғиф ҡошто хәтерләтте. “Һыңар ҡулым менән бер тартһам, ябыла инде”. Юлсы шулай уйлап, был мөхиттән йәһәтерәк сығып ҡасырға теләне, ләкин күсеп йөрөүҙе өнәмәне, вагондан-вагонға сабырға малай-шалай түгел дә. Шуға күрә, ҡапҡанға эләккән йәнлектәй, урынынан ҡымшанманы. Йоҡоға талғанға хәтлем бысраҡ иҙәнгә, емерек ултырғысҡа, ватыҡ тәҙрәләргә йәне көйгәйне. Микрофон тауышы артҡы трамвайҙағыларға тәүгеһенә күсергә бойорҙо. Бөтәһе лә тышҡа атылды, әйтерһең дә, командир үҙенең артынан һалдаттарын яуға әйҙәй. “Айырма бармы, барыбер туғыҙ туҡталыштан һуң төшөргә лә баһа”, – тине тәүҙә ул, шунан һуң йыбанып ҡына иң аҙаҡтан ҡуҙғалды...
Сабур һәр айҙың беренсе көнөндә, ҡаланың үрге осонан түбәнгеһенә юлланып, Кәтибә янына барып ҡайта. Күстәнәс килтерә, хәлен белешә, әҙме-күпме ярҙамлаша. Күңел ҡушыуы буйынса эшләнә һәммәһе лә. Хәйер, бөгөн генә барасаҡ та был тарафтарға башҡаса бер ҡасан да аяҡ баҫмаясаҡ.
– Мәшәҡәтләнеп бүтән килеп йөрөмә, – тине ҡатын уға үткән сәфәрендә. Ҡатындың йөҙөндәге моңһоулыҡты, ниндәйҙер аңлашылмаған арығанлыҡты һуҡыр ҙа һиҙемләр. Ул аяҡтарын көскә һөйрәп диванына ауҙы, уң ҡулын йөрәк тирәһенә ҡуйып ҡырын ятырға итте.
– Ниңә? – Ир аптыраулы ҡарашын уға төбәне. Өҫтәлдән яҫтыҡ алып бирҙе.
– Закон буйынса барыһын да алам, шул еткән.
– Әлләсе... Йөҙөң ҡасҡан, ауырыҡһыйһыңмы әллә?
– Юҡ, барыһы ла һәйбәт.
Өй хужаһы ҡушҡас, шулай булыр. Һуңынан “ярай” тигәнгә ишаралап баш ҡаҡты. “Киләһе аҙнала ғына һуғылырмын да...” – тип өҫтәне.
Ысынлап та, ошо юлды нисәмә йыл тапай! Әйтеүе генә анһат...
Трамвайҙың алғы вагонында таҙа кеүек. Ул сумкаһын артҡараҡ шылдырғас, парлы эскәмйәнең иң төпкө мөйөшөнә ашыҡмай ғына сумды ла йәнә күҙҙәрен йомдо...
Бәләнең әҙәм балаһын һәр саҡ аңдыуы тураһында уйлаһаң, йәшәүе ҡайһылай ҡурҡыныс! Бынан ике йыл элек аҙна ғәҙәттәгесә башланды – егет “тимер ат”ын екте лә заводҡа елдерҙе. Иртәнге сәғәт 8-ҙә станок янында торорға тейешһең, биш минутҡа ла һуңларға ярамай. Көҙгө ямғырҙы аңламаҫһың, ни тынмай, ни көслө итеп яумай. Етмәһә, һаран ғына яҡтыртҡан мәл. “Бөгөн көн аяҙлы-болотло буласаҡ, ҡайһы бер райондарҙа яуым-төшөмдөң көсәйеүе ихтимал”. Һауа торошон радионан яғымлы тауышлы диктор шулай тип хәбәр итте. Эй, уларға ышанһаң... Артабан инде һағышлы йыр башланды:
Үпкәләмәгеҙ, яҙмышҡа
Ул яҙмыш бит – һинеке,
Үткәндәрең, киләсәгең...
“Ниңә үпкәләргә инде? Һис тә генә үпкәһе юҡ. Маңлайыңа яҙылғаны тормошҡа аша, тиҙәр бит... Ваҡыты етер – өйләнер, береһенән-береһе аҡыллы балалар үҫтерер һөйгәне менән. Әлегә эше бар, ашы бар тигәндәй. Ай-вай, машиналар себен шикелле күбәйҙе. Бөтәһе лә теләктәш булһа икән дә бер-береһенә! Ана, берәү юлды киҫте, икенсеһе саҡ бәрелмәне, ышҡылып йөрөргә яраталар.
Слесарь татлы хыялдарға бирелеп, йәйелеңкерәп китеп барғанда, светофорға етәрәк машинаһына нимәнеңдер еңелсә бәрелеүен тойҙо, хатта ҡаршылыҡ тыуҙырҙы ла шикелле. Водитель бар көсөнә тормозға баҫты. Ни арала халыҡ йыйылған... Сабур үҙ күҙенә үҙе ышанманы. Юҡ, бындай хәлдең булыуы һис кенә лә мөмкин түгел... Ул кеше тапатҡан! Туҡталышта бер алабарман туҡтап торған автобус алдынан юлды арҡырыға йүгереп сыҡмаҡсы иткән. Аһ, әҙ генә иғтибары етеңкерәмәне шул. Егет асфальтта һуҙылып ятҡан кешене дауаханаға илтергә уйлағайны – туҡтаттылар. Бындай саҡта урындан ҡуҙғатырға ярамай икән, башта “Ашығыс ярҙам” хеҙмәте килергә тейеш, унан полиция... Сирена тауышы ишетелде. Килде погонлылар, шунда уҡ көплө машинаға индереп, һорау артынан һорау яуҙырҙылар.
Сабурҙың башы төрмәлә серей ине, бәхеткә күрә, бер үҙе генә көн күргән, ирҙән айырылған ҡатын судҡа бирмәне уны, үҙен ғәйепле тип белдерҙе. Йәш кешенең яҙмышын боҙмайым, тигәндер.
“Беренсе төркөм инвалиды булып ҡалыуына ҡарамаҫтан, зыян күреүсенең үтенесе нигеҙендә гражданин Айбаров Сабур иркенән мәхрүм ителмәй. Уның ҡарауы, ғүмеренең һуңғы көнөнәсә Ғилфанова Кәтибәгә аҡсалата ярҙам итеп торасаҡ” тигән ҡарар сығарҙы судья. Тимәк, ҡалған ғүмерендә ул үҙенең артынан кемделер һөйрәп барасаҡ. “Һөйрәтке булып сығаммы? Ә мин үҙем күпме йәшәрмен һуң?” Ҡулынан бығауҙы ысҡындырғанда, ҡапылдан шундай икеле-микеле уй телеп үтте буйҙаҡтың мейеһен...
Төп трамвай тағылмалыһын шоферҙар телендәге “кеҫә”гә ҡалдырҙы ла яңғыҙы ғына юлын артабан дауам итте. “Улай ҙа була икән, ҡайһылай анһат килеп сыҡты. Вагондан барыһы ла төшөр, киләһе трамвайҙы оҙаҡ көтөрмөн тиһәм әле...”
Башында йөҙләгән уй сыуалған ир тағы ике туҡталыштан төштө, ҡуҙғалып киткән трамвайҙы киоск янында оҙатып ҡалды. Унан биш ҡатлы йортҡа табан ыңғайланы. Подъезд ишегенең асыҡ тороуына ҡыуанды, бүтән саҡта берәйһенең ингәнен-сыҡҡанын һағалай ине. Икенсе ҡатҡа күтәрелгәс, ҡыйыр-ҡыймаҫ ҡына ҡыңғырау төймәһенә төрттө. Хужабикәнең килеп еткәнен сабыр ғына көттө, бына хәҙер ул: “Кем бар унда?” тип тә тормайынса ишеген яртылаш асыр, һәм ул эске яҡҡа уҙыр. Ләкин аяҡ тауышы ишетелмәгәс, ҡат-ҡат баҫты.
– Һеҙ берәйһен эҙләйһегеҙме? – Көтөлмәгән һорау Сабурҙы һиҫкәндерҙе. Ҡаршылағы фатирҙан ят әбей уға текләп ҡарай ине.
– 6-сы фатирға, Кә-Кәтибә... – Ир тотлоҡто.
– Уның кеме булаһығыҙ?
– Кеме тип ни... танышы.
– Ул юҡ инде.
– Нисек?
– Кәтибәне үткән йома ерләнеләр...