Атайһыҙ ҙа бирешмәне12.08.2015
Ғаилә тотҡаһы, ил ҡалҡаны булған уҙамандар тураһында уҡыһам, ирем Әнүәр Сөләймән улының да ошо баһаға лайыҡ икәнен күрәм. Икебеҙҙең дә атайҙарыбыҙ Тыуған ил өсөн, бәхетле тормош өсөн батырҙарса көрәшеп яуҙа баштарын һалған.

Ныҡлы ирҙәр күтәрәһе йөктө
Сибек иңдәреңдә күтәрҙең.
Ниндәй ауырлыҡтар күргәндә лә,
Ысын ирҙәр кеүек үткәрҙең.
Әнүәр ҙә, барлыҡ һуғыш осоро балалары кеүек, ауырлыҡтарҙы әсәһе менән тиң күтәреп үҫкән. Бәләкәй саҡтан ҡулынан килгән бар эште лә атҡарған. Уҡыу, уйнау тигәнде белмәй йәшәгән ул. Ниһайәт, 1945 йылдың Еңеү көнө етә. Аталары иҫәндәрҙең шатлығы эстәренә һыймай, яйлап һуғыштан һалдаттар ҡайта башлай. Ә атайһыҙ балаларға икеләтә ауыр була. Әсәй-өләсәйҙәргә рәхмәт. Уларға ниндәй генә изге һүҙҙәр әйтһәк тә, аҙ булыр кеүек.
Ирем бар халыҡ күргән ҡыйынлыҡтарҙа сынығып, ысын ир-егет булып үҫкән. Армия сафында ул өс йыл ярым радист-телеграфсы булып хеҙмәт иткән. Аҙаҡ тыуған яҡтарына ҡайтҡас, ең һыҙғанып колхозда эшләй. Ауылға ут үткәс, “Коммунар” колхозынан уны электрикка уҡырға ебәрәләр. Артабан да намыҫлы хеҙмәт итә. Был хаҡта уның маҡтау ҡағыҙҙары, “Башсельэнерго”ның маҡтау грамотаһы, почетлы колхозсы исеме, Еңеүҙең юбилей миҙалдары һөйләй.
Беҙҙең Бәләкәй Мәҡсүт ауылы әллә ҡайҙан балҡып тора. Был — Әнүәрҙең эшенең дауамы. Өс ҡыҙ үҫтереп, тормош юлына аяҡ баҫтырҙыҡ. Оло ҡыҙыбыҙ үҙе өләсәй инде, медицина өлкәһендә эшләй. Икенсе ҡыҙыбыҙ — мәғариф өлкәһендә. Өсөнсөһө — “Берҙәм Рәсәй” партияһында етәксе урынбаҫары.
Әнүәр Сөләймән улы әле лә сафта. Ғаиләһенә, ейән-ейәнсәрҙәренә, бүләсә­ренә ныҡлы терәк булып йәшәй.





Вернуться назад