Ветеринар мал-тыуар һәм кеше ғүмере өсөн хәүефле ауырыуҙарға ҡаршы көрәш алып бара. Ундайҙар рәтенә Себер язваһы, туберкулез, бруцеллез, ҡотороҡ һәм сальмонеллез кеүек сирҙәр инә. Уларҙы иҫкәртеү өсөн фермала ғына түгел, ә шәхси хужалыҡ малдарына ла прививка яһала. Ә инде берәй йоғошло ауырыу табылған осраҡта, ветеринария уставында яҙылғанса, табип яҡын-тирәләге бөтә медицина һәм ветеринария тармағына, шулай уҡ эске эштәр бүлегенә ашығыс рәүештә хәбәр итә. Ҡыҫҡаһы, был һөнәр — хөрмәткә һәм маҡтауға лайыҡ шөғөл.Ҡуйы һәм эре киндер, әрем, кесерткән араһынан бәләкәс безәүкәйҙе эҙләп табып, ә кистәрен малайҙар менән көтөүҙе ҡаршы алып, һыйыр ҡыуып алып ҡайтыр инем. Ветеринар һөнәрен һайлауыма бала саҡтан аттарҙы яратыуым да сәбәпсе булғандыр тип уйлайым. Йәй көндәре уларҙы ятыуҙа йөҙҙөрҙөк, колхоз һабантуйында сабыштырҙыҡ.
Тыуған ауылым Йылайыр районының Исҡужа һәм күрше Ҡашҡар ауылы “Ҡыҙыл Йылайыр” исемендәге колхозға ҡараны. Бесән ҡуйы, бейек булып өлгөргән мәл. Ул ваҡытта хәҙерге кеүек техника булманы. Оло ағайҙар парлы ат егеп лобогрейка менән бесән сапты. Баштараҡ мин һыбай күбә тарттырҙым. Үҫә төшкәс, ат тырмаһына ултырттылар. Бына шулай гөрләп үткән йәйге каникулда буласаҡ һөнәремә нигеҙ һалынғандыр. Бөгөнгө йәштәргә әйтер һүҙем шул: мал табибы һөнәрен һайлаһағыҙ – үкенмәҫһегеҙ.
Вәсил ҺӨЙӨНДӨКОВ,
хеҙмәт ветераны.