Әсә булыу – донъялағы иң ҙур бәхет. Ғәзиз балаһын аяҡҡа баҫтырыр өсөн күпме кисерештәр татый, йоҡоһоҙ төндәр үткәрә ул. Ә балаңдың сәләмәтлеге булмаһа, был икеләтә, өсләтә ауыр. Әммә Илмира Таһирова бер ҡыйынлыҡтан да ҡурҡмай. Балаһын һөйөү унан иң көслө ҡатын яһай. Илмира Рауил ҡыҙы менән Инсаф Фәһимйән улы, сығыштары менән бер ауылдан булһа ла, буй еткәс кенә танышалар. Бының сәбәбе шунда: икеһе лә Краснокама районының Иҫке Аткүл ауылында тыуған. Был ауыл халҡы һыу баҫыу ҡурҡынысы арҡаһында икенсе төбәктәргә күсенгәндә, уларҙың береһенә – өс, икенсеһенә биш йәш була. Илмираның ата-әсәһе — Бураға, ә Инсафтыҡылар Яңы Нуғай ауылына күсенә. Йәштәр иһә дуҫтарының туйында таныша.
Ниндәй генә ҡатын-ҡыҙ, ғаилә ҡорғас, балалар үҫтерергә хыялланмай?! Илмираның да әсә булыу теләге шул тиклем ҙур була: беренсе балаһын юғалтҡас, сәләмәтлеге ҡаҡшаһа ла, икенсе тапҡыр бәхетен һынарға баҙнат итә.
Илүзә ваҡытынан алда донъяға килә. Баланың ауырлығы бик аҙ булғанлыҡтан, әсә менән сабый өс ай буйы дауаханала ята. Ҡыҙҙың үҫештә башҡа балаларҙан ҡалышыу сәбәбен башта ата-әсә иртә тыуыуҙа күрә. Әммә табиптар төрлө диагноз ҡуя, һуңғыһы – балалар церебраль фалижы. Тик Илмира бирешмәй, Илүзәне төрлө дауаханаларға йөрөтә, төрлөсә дауалап ҡарай. Ҡәйнәләрендә торған ваҡытта көн һайын баланы мунса индереп, массаж яһай. Дүрт йәше тулғас ҡына Илүзә атлап китә.
Ә бына теле бик иртә асыла ҡыҙҙың, йәш тә ете айлыҡ сағында ул рәхәтләнеп һөйләшә, хатта шиғырҙар ятларға маташа. Алты йәше тулғас, Илмира Илүзәне көнөнә өс сәғәткә балалар баҡсаһына йөрөтә башлай. Ҡыҙ тиҫтерҙәренән бер ҙә ҡалышмай, һандар, хәрефтәрҙе танырға өйрәнә. Шуға әсәһе уны ябай мәктәпкә сәләмәт балалар менән бер рәттән уҡырға бирергә була.
Таһировтар ҡыҙҙарын уҡытырға башҡорт гимназияһын һайлай. Тик Илүзә I класҡа барған йылда гимназияла үҙгәртеп ҡороу, ремонт эштәре бара. Гимназия уҡыусылары ваҡытлыса беренсе мәктәп бинаһына һыйына.
Гел өйҙә, әсәһе янында ғына булған Илүзә күп кеше булған ерҙә башта үҙен уңайһыҙ тоя, шәп хәрәкәтләнеп, йүгереп йөрөгәндәр әкрен атлағанда бәреп йығырҙар тип ҡурҡа. Шуға күп осраҡта кластан сыҡмай ултыра. Әсәһе Илмира гел уның янында була. Иртән илтеп ҡуя, тәнәфестә ашханаға алып бара, дәрестән һуң алып ҡайта. Гимназияға күскәс тә улар шулай икәүләп уҡыуҙы дауам итә.
— Бигерәк тә баҫҡыстан йығылып төшөргә ҡурҡа инем, — ти Илүзә. – Мин баҫҡысҡа аяҡ баҫыу менән уҡыусылар янымда тиҙ үтеп йөрөй башлаһа, ҡатып ҡалам да бер нимә лә эшләй алмай инем.
— Илүзәнең класташтарына бик рәхмәтлемен. Уны бер тапҡыр ҙа кәмһетмәнеләр, улар кеүек булмағанлығын белдертмәнеләр. Был – беренсе уҡытыусы Гөлназ Рауил ҡыҙы Ғәлиеваның тәрбиә эше һөҙөмтәһелер. Шулай уҡ класташтарының ата-әсәләренә лә балаларын шундай мәрхәмәтле итеп тәрбиәләүҙәре өсөн рәхмәтлемен, — ти Илмира Рауил ҡыҙы. – Әлбиттә, класта инвалид бала уҡыуы уҡытыусыға ла мәшәҡәт тыуҙыра, тик мин бер тапҡыр ҙа зарланыу һүҙен ишетмәнем.
Илүзә быйыл VIII класта гел “дүртле” һәм “бишле” билдәләренә генә уҡый. Һәр ваҡыт ҡуйған маҡсатына өлгәшергә тырыша. Уҡыуҙан тыш, ҡул эштәре менән мауыға, оҫта, матур итеп бәйләй. “Савитар” балаларға өҫтәмә белем биреү үҙәгендә ойошторолған “Өмөт” клубына йөрөй. Бер нисә йыл элек Илмира Рауил ҡыҙы ошонда ата-әсәләр комитеты рәйесе булып торған. Инвалид балаларҙы берләштергән был клуб күбеһенә үҙ-үҙенә ышаныс табырға ярҙам итә. Ошонда Илүзә беренсе тапҡыр сәхнәгә сыға. “Иҙел” мәҙәниәт йорто сәхнәһендә үткәрелгән концертта ул әсәйҙәргә бағышланған йыр башҡара. Ҡыҙы сәхнәлә үҙен иркен тотһон тип, Илмира Рауил ҡыҙы үҙе лә бергә сыға. Илүзә ныҡ тулҡынлана, тауышы ҡалтырай, әммә йырҙы аҙағынаса башҡара. Тик сәхнә артына сыҡҡас күҙ йәштәренә ирек бирә. Шулай итеп, Илүзә рух көсөн һынауҙы намыҫлы үтә.
Артабан да сәхнәлә күп сығыш яһарға тура килә уға. Шиғыр һөйләү конкурстарында ҡатнаша. Ҡыҙҙың ижад бәйгеләрендә яулаған маҡтау ҡағыҙҙары, рәхмәт хаттары, дипломдарҙан ҡалын ғына портфолио йыйылған: “Таланттар йондоҙлоғо” сәләмәтлеге буйынса мөмкинлектәре сикләнгән балалар ижады республика конкурсының “Нәфис һүҙ” номинацияһында — диплом, “Бергәләп донъяны өйрәнәбеҙ” республика конкурсында — диплом, “Туҡай моңдары” республика конкурсында — өсөнсө урын, сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән балалар араһында үткәрелгән “Алтын ҡаурый” әҙәби конкурсында — икенсе урын, ҡалала үткәрелгән “Урал батыр” эпосын ятлау буйынса конкурста — икенсе урын, төрлө фәндәр буйынса олимпиадаларҙа алған диплом-сертификаттар һәм башҡалар.
Илүзә, нәфис һүҙ менән мауығып, үҙе лә ҡәләм тирбәтә башлай. Башта төрлө иншалар конкурсында уңышлы ҡатнаша, аҙаҡ шиғыр яҙып ҡарарға була. Атаһының тыуған ауылы Нуғайға бағышланған шиғыры “Алтын ҡаурый” республика конкурсының йыйынтығына ла ингән.
— Киләсәктә кем булырға хыялланаһың? – тип һораным Илүзәнән.
— Әлегә ниндәй һөнәр һайларым билдәһеҙ, әммә шуныһын яҡшы беләм: киләсәктә кешеләргә ярҙам итергә теләйем, — тине ул.
Был яуапҡа аңлатма биреп тороуҙың кәрәге юҡ. Күптән түгел үткән “Наркотиктарһыҙ ҡала” акцияһында башҡорт гимназияһы агитбригадаһы составында яһаған сығышы ҡыҙҙың тормош кредоһы булып яңғыраны: “Бер аҙым атлауға тилмереп ултырған кешеләр бар. Ә һин һау-сәләмәтһең, наркотиктар менән ғүмереңде ағыулайһың. Бар, ҡуҙғал, спорт менән шөғөллән, китап уҡы, дуҫтарың менән аралаш”, — тине ул. Был һүҙҙәр инвалид ҡыҙҙыҡы түгел, ә көслө рухлы, бер ауырлыҡҡа ла бирешмәҫ шәхестеке ине.
Илмира Рауил ҡыҙы менән Илүзәнең тормошо күптәргә үрнәк булырлыҡ. Бала ниндәй генә ауырлыҡтар кисермәһен, әсә мөхәббәте һәр ваҡыт уға тауҙар күсерерлек көс биреп тора.