Эштәре һөйләп тора12.08.2015
Эштәре һөйләп тора Кинйәкәевтәр ғаиләһендә бер-бер артлы күңелле, иҫтәлекле ваҡиғалар теҙелеп китте. Ғаилә башлығы Айратҡа һәм хужабикә Динәгә — 50 йәш, ә бергә йәшәй башлауҙарына 30 йыл тулды. Игеҙәктәре Ирина менән Алена 25-тәрен тултырҙы. Ирина күрше ауылдың уңған егетенә кейәүгә сыҡты, матур итеп туй гөрләттеләр. Алена менән кейәүҙәре уҙған йыл Камиләне алып ҡайтҡайны, быйыл ейәнсәрҙәре атлап китте, һөйләшә башланы. Полиция кинологы булып эшләгән улдары, этенә үлемесле пуля тейһә лә, үҙе Грозныйҙан иҫән-һау әйләнеп ҡайтты.

Эштәре һөйләп тораКинйәкәевтәр кирбес заводында тир түгә. Динә — ашнаҡсы. Ул бешергән аштар әҙерләгән ризыҡтар ифрат тәмле. Уңған ҡатын ял көндәрендә кешеләргә сәксәк, бәлеш әҙерләй. Айрат эш араһында һорағандарға кирбестән гараж, мунса һалып бирә. Ауылда ике йорттоң береһендә уның ҡулы теймәгән аҙбар-ҡура юҡ. Үҙҙәренең ихатаһындағы ҡаралтыларҙы ла зауыҡлап эшләгән. Өйөнөң эске стенаһын йоҡа таштар менән биҙәп, матур сәскәләр төшөргән. Кейәүгә сыҡҡан ҡыҙҙар биҙрә-көйәнтәләрен унан биҙәтеп ала. Буш ваҡытында Айрат ваҡ аҡсаларҙан төрлө сувенир-макеттар яһап, туғандарына, яҡындарына бүләк итергә ярата.
Эштәре һөйләп тораУлар ишле мал-тыуар аҫрай, ҡош-ҡорт үрсетә, баҡсаларында йәшелсә, еләк-емеш үҫтерә. Ҡыш буйы ашарға етерлек итеп төрлө салаттар эшләйҙәр, ҡайнатмалар ҡайна­талар. Кинйәкәевтәр ғаиләһе — ауылы­быҙҙың йәме. Уларҙың кем икәнлеген үҙҙәре түгел, эштәре һөйләп тора.


Вернуться назад