Йөҙҙәре яҡты, һыуҙары татлы11.08.2015
Йөҙҙәре яҡты, һыуҙары татлы “Дыуанводоканал” предприятиеһы 60-сы йылдар аҙағында халыҡты эсәр һыу менән тәьмин итеүҙе яҡшыртыу һәм ағын һыуҙарҙы таҙартыуҙы ғәмәлгә ашырыу маҡсатында төҙөлә. Тәүге көндән үк уның матди-техник базаһын нығытыу һәм тейешле хеҙмәт шарттары булдырыу бурысы ҡуйыла.

18000 квадрат метр майҙанда база төҙөлә. Тиҫтәгә яҡын яңы скважина быраулана, һыу йыйыу резервуары урынлаштырыла, тәүге һыу үткәргес һуҙыла. 90-сы йылдарға инде һыу үткәргестәр­ҙең оҙонлоғо 41190 метр тәшкил итә. Шулай уҡ, халыҡтың үҫә барған ихтыяжын иҫәпкә алып, резервуарҙарҙың һыйҙырышлы­лығын арттырыу хәстәрлеге күрелә, һыуҙы зарар­һыҙланды­рыу станцияһы файҙа­ланыуға тапшырыла. Был мөһим эштәрҙең башланғысында торған хеҙмәт­кәрҙәргә дыуандар ихлас рәхмәтле.
Бөгөн “Дыуанводоканал” муниципаль унитар предприятие­һы — заманса технологияларға ҡоролған, күп тармаҡлы предприятие. Тиҫтә йыл самаһы элек, һыу үткәргес һәм канализация селтәрҙәренән тыш, йылылыҡ селтәрҙәре лә улар ҡарамағына тапшырылған.
Предприятие ун ике артезиан скважинаһын, ҡеүәтле канализация, насос станцияларын, дүрт ҡаҙан­лыҡты берләштерә. 85,3 саҡрым һыу үткәргес, 16,6 саҡрым канализация һәм шул ҡәҙәр үк оҙонлоҡтағы йылылыҡ селтәр­ҙәре Мәсәғүт ауылы халҡын хеҙмәтләндерә. Шул уҡ ваҡытта предприятие Михайловка, Озеро, Арый, Мәрйәмғол, Мөлкәт, Әпсәләм, Ҡаракүл, Әбдрәшит, Иҫке Хәлил, Мәтәле, Салғыя ауыл­дары халҡын эсәр һыу менән тәьмин итә. Төп эшмәкәрлек менән бер рәттән, төҙөлөш һәм ремонт эштәрен дә башҡаралар, скважина бырау­лайҙар һәм тимер-бетон ҡоршау етеш­терәләр.
Предприятиела объекттарҙы яңыр­тыуға, энергия һаҡсыллы­ғына ҡоролған заманса технологиялар ҡулланыуға ҙур иғтибар йүнәлтелә. Әйтәйек, һыу сел­тәрендә баҫымды көйләгестәр, тораҡ шарттарҙа һыу иҫәпләү приборҙары урынлаштырыла. Һуң­ғы ваҡытта торба үткәр­гес­тәрҙе реконструкциялауҙа “тран­шеяһыҙ ремонт”, торбаға торба кейҙереү алымы киң ҡулланыла. Шулай уҡ торбаларҙы тоташтырыуҙа бандажлау һәм заманса арматуралар файҙаланыу сығымдарҙы кәметеүгә, эш сифатын яҡшыртыуға булышлыҡ итә. Әлеге ваҡытта йылылыҡ селтәрҙәрен яңырталар, үҙәк ҡаҙанлыҡ төҙөкләндерелә, заманса ҡорамалдар урынлаштырыла, биналарҙа йылылыҡты юғалтыу сәбәптәре асыҡлана. Йәғни алдағы йылытыу миҙгеленә тулы әҙерлектә инеү өсөн ҙур тырышлыҡ һалалар.
Предприятиела туҡһан кеше эшләй. Коллективта быуындар бәй­ләнеше — оло ғорурлыҡ. Башҡорт­остандың атҡаҙанған тор­лаҡ-ком­муналь хеҙмәткәре, экскаваторсы Сергей Коротких, Башҡорт­остан Республикаһының Почет грамотаһы менән бүләк­ләнгән водитель Петр Шведов, Башҡорт­остандың Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитетының Почет грамотаһына лайыҡ булған экскаваторсы Фидаил Ситдиҡов, Башҡорт­ос­тан­дың атҡаҙанған хеҙ­мәтлән­дереү өлкәһе хеҙмәткәре, Торлаҡ-коммуналь министрлығының Почет грамотаһы менән билдәләнгән мастер Сергей Кузнецов башҡаларға үрнәк булып тора.
— Хеҙмәтебеҙ район халҡының йәшәйешендә, производство пред­прия­тиеларының көйлө эш­лә­үендә, санитария һәм экологик хәлдең тотороҡлолоғонда ҙур роль уйнай. Шуға эш һәм хеҙмәтләндереү сифатына төп иғтибарҙы йүнәлтәбеҙ, — ти предприятие директоры Хәлит Ғарипов.
Хәлит Әлтәп улы пред­приятиеға ун йыл етәкселек итә. Коммуналь хужалыҡ тармағында бай тәжрибә туплаған кеше, ти яҡташтары уның хаҡында. Бер­ҙәм, тырыш коллектив яңынан-яңы маҡсаттар ҡуйып эшләй. Күрше Салауат районында тыуып үҫкән егет Дыуан районында абруйлы етәксе, булдыҡлы ойоштороу­сы булып танылған. Яратҡан шағирыбыҙ Рәми Ғариповтың рухына тап төшөрмәй ул.






Вернуться назад