Тәртип ҡапҡанан башлана11.08.2015
Яңауылды хаҡлы рәүештә республиканың төньяҡ ҡапҡаһы тиҙәр. Шуға ҡаланың төҙөклөгө һәм матурлығы тураһында һәр кем ихлас ҡайғырта. Был йәһәттән Юл һәм йәшелләндереү эштәре буйынса муниципаль унитар предприятиеның хеҙмәте айырыуса ҙур. Уның эшмәкәрлеге ҡала тарихы менән үрелеп бара. Яңауылға ҡала статусы бирелгәс, тәүҙә юл-йәшелләндереү эштәре буйынса ремонт-төҙөлөш идаралығы ойошторола. Ә инде 2006 йылда ул унитар предприятие итеп үҙгәртелә.
Исеменән үк аңлашылыуынса, юлдарҙы төҙөкләндереү һәм ҡаланы йәшелләндереү — предприятиеның төп эш йүнәлеше. Әйтәйек, былтыр ҡала эсендәге 163 саҡрым юлды, 120 саҡрым оҙонлоҡта тыҡрыҡтар һәм кереү-сығыу юлдарын, шул ҡәҙәр үк оҙонлоҡта тротуарҙарҙы ҡараулы тотҡандар, өлөшләтә төҙөкләндергәндәр һәм юл билдәләрен яңыртҡандар. Шудек һәм Яңауыл йылғалары аша дүрт автомобиль һәм егермегә яҡын йәйәүлеләр күперен, транспорт туҡталыштарын даими ҡарап, төҙөкләндереп торалар. Яңауыл йылғаһының Заречная, Некрасов, Аксаков урамдарына сиктәш ярҙарын нығытҡандар.
Бынан тыш, сүп-сар һәм көнкүреш ҡалдыҡтарын сығарыу, ҡала зыяраттарының санитар торошон тәьмин итеү ҙә уларҙың яуаплылығында. Предприятие хеҙмәткәрҙәренең тырышлығы һөҙөмтәһендә ҡала урамдары, ял паркы һәр саҡ ҡунаҡ көткәндәгеләй ҡараулы; һәйкәлдәр, монументтар төҙөк. Ә инде уларҙың ҡаланы йәшелләндереүҙәге ролен айырыуса билдәләргә кәрәк. Йыл һайын ҡала майҙандарына, газондарға һәм йорт ихаталарына тиҫтәләрсә мең сәскә үҫентеһе ултырталар. Был маҡсатта уларҙы үҙҙәренең теплицаһында үҫтерәләр. Тирә-йүн йәй буйы сәскәгә күмелеп ултыра. Предприятие ҡаланы йәшелләндереүҙәге хеҙмәттәре өсөн район һәм ҡала хакимиәттәренең Маҡтау грамоталары һәм Рәхмәт хаттары менән бүләкләнгән.
Яңауыл ҡалаһы йылдан-йыл яңы биҫтәләр иҫәбенә үҫә. Шуға бәйле предприятиеның эш күләме лә арта. Тәү сиратта юлдарға иғтибар йүнәлтелә. Үткән йылда, мәҫәлән, “Көньяҡ” һәм “Истәк” биҫтәләрендә байтаҡ юл төҙөкләндерелгән.
Быйылғы йыл яңауылдар өсөн икеләтә иҫтәлекле. Бөйөк Еңеүҙең 70 һәм райондың 85 йыллығын байрам иткәндәр. Предприятие коллективы юбилейға әҙерлек барышында иғлан ителгән “Йәмәғәтселек абруйы” акцияһында еңеүсе булып танылған. Ғөмүмән, предприятие хеҙмәткәрҙәре үҙҙәренең ижтимағи әүҙемлеге менән айырылып тора. Быйылғы Әҙәбиәт йылы уңайынан үткәрелгән спорт ярышы, шулай уҡ милли мәҙәниәттәр фестивалдәрендә Маҡтау грамотаһы һәм дипломдар яулағандар. Предприятиеның “Дәүләт һәм муниципаль ихтыяждар” өсөн тауар тәҡдим итеүсе, эш һәм хеҙмәттәрҙе намыҫлы башҡарыусыларҙың “Бөтә Рәсәй каталогы”на индерелеүе уның абруйын тағы ла күтәрҙе.
Берҙәм, тырыш коллективты һуңғы ете йыл дауамында Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре, Яңауыл районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Рафаил Яхин етәкләгән. Ул предприятиеның матди-техник базаһын нығытыуға күп көс һалған. Күптән түгел яңы етәксе итеп коммуналь хужалыҡ өлкәһендә тәжрибәле белгес булған Зөфәр Хәбибуллин тәғәйенләнгән.
Предприятиела үҙ һөнәрен яратҡан, уңған хеҙмәткәрҙәр йыйылған. Үткән йылда 60 кешенән торған коллектив 26 миллион һумлыҡ эш башҡарған. Шуның алты миллионы килешеүҙәр нигеҙендә төрлө ойошмаларға һәм халыҡҡа күрһәткән хеҙмәттәрҙән тупланған. Быйыл да эштәре ырамлы бара. Дөйөм уңышта йәшелләндереүселәр Луиза Кәлимуллина, Альбина Хужина, Любовь Садиәхмәтова, мастер Татьяна Букина, механизаторҙар Эдуард Бәширов, Альберт Шакирйәнов, Михаил Дубровкин, Денис Ямалетдинов, водителдәр Рәшит Миңгәрәев, Игорь Касватов, Олег Семенов кеүек уңғандарҙың өлөшө ҙур. Баш хисапсы Йәзилә Вәлиева, иҡтисадсы Финиә Ғәләүева, хисапсы Рәмилә Йөҙйәшәрова, төҙөкләндереүселәр Валерий Ханеня, Нина Карпова, Гелүс Ғәлиев хаҡында ла хеҙмәттәштәре маҡтап телгә алды. Берҙәм, тырыш коллектив үҙенең көндәлек фиҙакәр хеҙмәте менән Яңауылды күркәм, йәшәү өсөн уңайлы ҡала итергә тырыша.