Республика мәғариф хеҙмәткәрҙәренең быйылғы август кәңәшмәһе Нефтекамала үтәсәк. Сараның ошо ҡалала уҙыуы бер ҙә осраҡлы түгел. Төрлө кимәлдәге белем биреү учреждениеларының тотороҡло эшмәкәрлеге, педагогтарҙың һәм уҡыусыларҙың ҡаҙаныштары Башҡортостандан ситтә лә киң билдәле. Алдағы уҡыу йылына яңы бурыстар һәм маҡсаттар билдәләйәсәк традицион сараға әҙерлек хаҡында Нефтекама ҡала хакимиәтенең мәғариф идаралығы етәксеһе Лариса ЧАЙНИКОВА менән әңгәмә тәҡдим итәбеҙ. – Август кәңәшмәһендә ҡараласаҡ мәсьәләләр ниҙән ғибәрәт, Лариса Фәһим ҡыҙы?
– Мәғариф хеҙмәткәрҙәренең республика ҡоронда тикшереләсәк төп тема “Берҙәм асыҡ белем биреү киңлеге” тип атала. Нәҡ шунан сығып һөнәрҙәштәребеҙгә уртаға һалып һөйләшеү өсөн бер нисә проблема тәҡдим итәбеҙ. Улар мәктәпкәсә белем биреүҙән башлап урта махсус һәм юғары һөнәр алыуға тиклем мәсьәләләрҙе үҙ эсенә ала. Ҡалабыҙҙа эшләп килгән 36 балалар баҡсаһы, 20 мәктәп һәм 12 өҫтәмә белем биреү учреждениеһы, шулай уҡ колледждар һәм республиканың юғары уҡыу йорттарының филиалдары туплаған бай тәжрибә бының өсөн нигеҙ булып тора. Кәңәшмәлә ҡала һәм район хакимиәте башлыҡтары, урынбаҫарҙары, мәғариф идаралыҡтары һәм бүлектәре, төрлө кимәлдәге уҡыу йорттары етәкселәре ҡатнашасаҡ. Тәү сиратта уларҙың көндәлек эшмәкәрлеген күҙ уңында тотоп, тикшереләсәк проблемаларҙы һәр төркөм өсөн айырым билдәләнек, фекер алышыуҙы биш майҙансыҡта үткәрергә ниәтләйбеҙ.
– Был ғәмәлдә нисек күҙаллана?
– Ҡаланың 1-се лицейы базаһында эшләйәсәк тәүге майҙансыҡ ҡала һәм район етәкселәре өсөн тәғәйенләнә. Унда мәғарифты ҡулайлаштырыу шарттарында белем алыуҙың мөмкинлектәрен һәм сифатын тәьмин итеүҙең дөйөм мәсьәләләре ҡараласаҡ. Республика башлығының был проблемаларға ҡарашы барыбыҙға ла билдәле, шуға ла Рөстәм Зәки улының ҡатнашлығындағы һөйләшеүҙең етди буласағына шик юҡ.
“Мәктәп – мәҙәниәтте һаҡлаусы һәм тапшырыусы, илһөйәрлек тәрбиәләүсе” тип аталған майҙансыҡ 1-се гимназияға ҡала һәм район хакимиәттәре башлыҡтары урынбаҫарҙарын, балаларға өҫтәмә белем биреү учреждение етәкселәрен йыясаҡ.
Башҡорт гимназияһында эшләйәсәк өсөнсө майҙансыҡта “Берҙәм белем биреү киңлеген һаҡлау – республикала сифатлы белем нигеҙе” тигән темаға фекер алышыуҙы күҙ уңында тота. Бында йыйыласаҡ мәғариф органдары етәкселәре һәм гимназия-интернаттар директорҙары шулай уҡ Берҙәм дәүләт имтиханын һәм дәүләт йомғаҡлау аттестацияһын үткәреү мәсьәләләрен дә һөнәри кимәлдә тикшерергә тейеш.
Республика юғары уҡыу йорттары ректорҙары һәм башҡа һөнәри белем биреү ойошмалары етәкселәре үҙ эшен башта Нефтекама күп профилле колледжында, аҙаҡтан машиналар эшләү колледжында ойошторасаҡ. Бындағы һөйләшеүҙәрҙең төп йүнәлешен, әлбиттә, йәш быуынға һөнәри белем биреүҙең көнүҙәк мәсьәләләре билдәләйәсәк.
Һәм, ниһайәт, бишенсе майҙансыҡ Нефтекама махсус (коррекцион) мәктәп-интернатта эшләйәсәк. Бында һаулығы сикләнгән балаларға сифатлы белем һәм төрлө яҡлы тәрбиә биреү мәсьәләләре ҡараласаҡ. Был эштәр көндөң тәүге яртыһында үтеп, төштән һуң пленар ултырышта үҙенсәлекле йомғаҡ яһаласаҡ.
– Ниәттәрегеҙ бик тә көсөргәнешле күренә. Әҙерлек ниндәй кимәлдә?
– Ойоштороу мәсьәләләре тулыһынса хәл ителгән, тип әйтергә була. 800-ләп кешене ҡаршылап, улар өсөн уңайлы эш шарттары тыуҙырыу, әлбиттә, еңелдән түгел. Мәғариф кәңәшмәһен үткәреүгә йәлеп ителгән барлыҡ хеҙмәттәр үҙ бурыстарына намыҫ менән ҡарай. Ҡала хакимиәте башлығы Рәшит Дәүләтов һәм уның беренсе урынбаҫары Шамил Хәлитов барлыҡ мәсьәләләр менән туранан-тура шөғөлләнә. Республика Мәғариф министрлығынан да кәрәкле методик ярҙамды алдыҡ. Ҡыҫҡаһы, сараның тейешле кимәлдә үтәсәгенә шик юҡ.
– Уңыштар юлдаш булһын, Лариса Фәһим ҡыҙы.
Ансар НУРЕТДИНОВ
әңгәмә ҡорҙо.