Мөрәжәғәттәр нисек ҡарала?11.08.2015
Башҡортостан Хөкүмәте Аппаратында граждандарҙың мөрәжәғәттәре менән эш “Рәсәй Федерацияһында граждандарҙың мөрәжәғәттәрен ҡарау тәртибе тураһында”ғы федераль, “Башҡортостан Республикаһында граждандарҙың мөрәжәғәттәрен ҡарау тәртибе тураһында”ғы республика закондарына ярашлы алып барыла һәм республика Хөкүмәтенең даими контролендә тотола. Граждандарҙың мөрәжәғәттәре Башҡортостан Республикаһы Башлығы, Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫарҙары тарафынан ҡарала һәм башҡарыу өсөн республиканың башҡарма власть органдарына һәм ойошмаларына ебәрелә.
Быйыл тәүге ярты йыллыҡта 7796 мөрәжәғәт булған. Уларҙың 528-е — Башҡортостан Республикаһы Хакимиәте Башлығынан, 3875-е — Рәсәй Федерацияһы Хакимиәте Президентынан, 64-е — Рәсәй Федераль Йыйылышының Дәүләт Думаһынан, 279-ы — Рәсәй Хөкүмәте Аппаратынан һәм 3050-һе башҡа тарафтан ебәрелгән. 1173 мөрәжәғәт республика Хөкүмәте Аппаратында контролгә ҡуйылған. Мөрәжәғәттәрҙең 40 проценты (3235 мәсьәлә) — торлаҡ-коммуналь, 22 проценты (1702) — социаль, 21 проценты (1691) — иҡтисад, 15 проценты (1211) — дәүләт, йәмғиәт һәм сәйәсәт, 2 проценты (155) оборона, именлек һәм законлылыҡ өлкәләренә ҡарай. Республика халҡын бигерәк тә торлаҡ-коммуналь, социаль һәм иҡтисад өлкәләрендәге мәсьәләләр борсой. Мөрәжәғәттәрҙең (7796) иң күбе Өфө ҡалаһында йәшәүселәрҙән — 1415 (18 процент). Артабан Стәрлетамаҡ — 422 (5,4 процент), Октябрьский — 268 (3,4), Салауат — 156 (2), Нефтекама — 123 (2) ҡалаларынан һәм Өфө — 157 (2), Иглин — 88 (1,1), Туймазы — 79 (1), Стәрлетамаҡ — 72 (0,9), Благовещен — 68 (0,8), Дәүләкән — 46 (0,6) райондарынан.
Граждандарҙың телдән һәм яҙма мөрәжәғәттәре менән эште тейешле кимәлдә ойоштороу өсөн Башҡортостан Хөкүмәте тарафынан алдағы кварталда Премьер-министр урынбаҫарҙары һәм республика дәүләт органдары етәкселәренең урындарға сығып граждандарҙы ҡабул итеү графигы раҫлана. Уларҙы райондарҙа һәм ҡалаларҙа үткәреү ваҡыты хаҡында киң мәғлүмәт сараларында алдан хәбәр ителә. Башҡортостан Хөкүмәтенең Интернеттағы рәсми порталында (http:/www.pravitelstvorb.ru) республика дәүләт органдарының урындарға сығып граждандарҙы ҡабул итеү графигы, Башҡортостан Хөкүмәтенең Регламенты, граждандарҙың ярты һәм бер йылдағы мөрәжәғәттәренә анализ, бәйләнеш реквизиттары һәм республика Хөкүмәтенә интернет-мөрәжәғәт формаһы урынлаштырылған.
Граждандарҙың һәм ойошмаларҙың мөрәжәғәттәре менән эшләү буйынса бүлек Башҡортостан Хөкүмәте Аппаратында халыҡты шәхси ҡабул итеүҙе ойоштора. Республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫарҙары Туҡай урамындағы 46-сы йортта урынлашҡан Башҡортостан Хөкүмәте Аппаратының ҡабул итеү бүлмәһендә граждандарҙы ҡабул итә. Быйыл тәүге ярты йыллыҡта Премьер-министр урынбаҫарҙары 15 тапҡыр граждандарҙы (150 кешене) шәхси мәсьәләләре буйынса ҡабул иткән. 17 тапҡыр граждандарҙы (119 кеше) урындарға сығып ҡабул итеү ойошторолған. Республиканың дәүләт органдары етәкселәре иһә, 105 тапҡыр урындарға сығып, 674 кешене ҡабул иткән.

А. НИЗАМОВА әҙерләне.



Вернуться назад