Йылы көндәр алда әле...11.08.2015
Август айында Башҡортостанда сағыштырмаса йылы, ә сентябрҙә ҡояшлы көндәр күберәк буласаҡ, тип белдерҙе Башгидрометтың агрометеорология бүлеге начальнигы Татьяна Власова.

Ошо айҙа һауа температураһы төндә 8-13 градус йылы, көндөҙ плюс 21-26 градус тәшкил итәсәк. Август уртаһында көндәр һалҡыная, төндә 5-10, ә көндөҙ 15-20 градус йылы булыуы көтөлә. Республиканың төньяҡ һәм төньяҡ-көнсығыш райондарында ҡыҫҡа ваҡытлы ямғырҙар яуыуы ихтимал.




Вернуться назад