Шәкәр ҡиммәтләнә, ә ҡыяр осһоҙлана...11.08.2015
“Росстат” төбәк бүлексәһе белдереүенсә, ошо йылдың ете айында төбәктә ҡулланыусыларҙың хаҡтары 8,2 процентҡа артҡан.

“Башҡортостанстат” мәғлүмәттәре буйынса, республикала йыллыҡ инфляция 14,3 процент кимәлендә. Рәсәй буйынса был күрһәткес 15,6 процент тәшкил итә. Июлдә картуфҡа, кишергә, һарымһаҡҡа (11,5-25,0 процентҡа), алмаға (7,0), сәйгә, шәкәргә, онға, кәнфиткә, туңдырмаға (1,1-3,5), әфлисунға (26,7) хаҡтарҙың артыуы теркәлгән. Шул уҡ ваҡытта сөгөлдөр, кәбеҫтә, помидор һәм ҡыяр (12,0-39,8 процентҡа), лимон, виноград, банан (9,9-19,9), шулай уҡ йомортҡа (5,2) һәм ярмалар (1,9-2,6) арзанайған.
Тәмәке 5,2 процентҡа, яңы сит ил автомобилдәре — 3,9, бензин — 2,3, балалар кейеме 2,4 процентҡа ҡиммәтләнгән. Миҙгелле өҫ һәм аяҡ кейемдәренә, төҙөлөш материалдарына, көнкүреш техникаһына, компьютерҙарға, элемтә сараларына һәм алтын биҙәүестәргә хаҡтарҙың төшөүе күҙәтелә.





Вернуться назад