Янцзы Волгаға ҡоя11.08.2015
Ошо көндәрҙә Башҡортостан Хөкүмәте Ҡытай Халыҡ Республикаһының Цзянси провинцияһы менән хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөнө. Был сара Волга буйы федераль округы етәкселәре һәм Ҡытай Республикаһының Янцзы йылғаһы ағымы төбәктәренең “Волга –Янцзы” форматындағы IV “Түңәрәк өҫтәл” барышында үтте. Килешеүгә республика исеменән вице-премьер Рөстәм Мәрҙәнов ҡул ҡуйҙы.

Сараны Волга буйы Федераль округындағы Рәсәй Президентының тулы хоҡуҡлы вәкиле Михаил Бабич һәм Ҡытай Республикаһының Дәүләт советы ағзаһы Ян Цзечи алып барҙы.
– Былтыр Һамар өлкәһендә үткән сараның һөҙөмтәһен күрәбеҙ: хеҙмәт­тәш­лек даирәләре киңәйә, сауҙа, иҡтисад өлкәһендә ҙур проекттар тормошҡа ашырыла башланы. Быларҙың барыһы ла “Волга-Янцзы” форумының мөһимлеге тураһында һөйләй, – тип белдерҙе Ян Цзечи.
Әйткәндәй, “Волга-Янцзы” форматы ойошторолғандан алып хеҙмәттәшлек тураһында 22 килешеү төҙөлгән. Сауҙа-иҡтисади йүнәлештә 104 инвестиция проектын тиҙҙән тормошҡа ашыра башлаясаҡтар.




Вернуться назад