Эштәре ырамлы бара11.08.2015
Эштәре ырамлы бара Солтанай ауылындағы агрофирмала 450 баш һыйыр малы бар, шуларҙың 200-ҙән ашыуы – һыуын һыйыры. Хужалыҡта 30-ҙан ашыу кеше эшләй.

Әле бында ҡыҙыу мәл – сенаж әҙерләү бара. Эш яйға һалынған: йөк машиналары бер-бер артлы әҙер сенажды килтереп кенә тора. Беҙ барғанда, хужалыҡта 100 гектар ерҙән сенажды йыйып өлгөргәйнеләр. Бер соҡорға бер мең тонна һалып та ҡуйғандар.
– Сәсеү ерҙәре өс мең гектар тәшкил итә. 750 гектарға – ужым бойҙайы, 350-гә – арпа, 445-кә көнбағыш, борсаҡ сәсәбеҙ. Былтыр, “500 ферма” программаһына ярашлы, ҙур ферманы төҙөкләндерҙек, йыһазландырҙыҡ. Быйыл икенсеһен тамамлау өҫтөндәбеҙ. Малды артабан да үрсетергә иҫәп бар. Шуға бесәнде мулыраҡ әҙерләп ҡалырға ине. Әлеге мәлдә 150 тонна бесән йыйылған. Егеттәр һауа торошоноң һәйбәт булыуынан файҙаланып ҡалырға тырыша. Бригадир Фәнил Зәлиев эштең теүәл үтәлешен тәьмин итә. Әлеге мәлдә сенаж һалыуҙа 11 берәмек техника эшләй, – тип эш барышы менән таныштырҙы хужалыҡ етәксеһе Лариса Шелухина.
Һөйләшкән арала бер нисә рейс эшләп өлгөргән механизатор Вадим Әүхәтовты туҡтаттыҡ. Был хужалыҡта ул дүртенсе йыл эшләй икән.
– Быйыл сабынлыҡтарҙа үлән ҡуйы, шуға ла бесән әҙерләү ауырлыҡ тыуҙырманы, – ти ул.
Хужалыҡтың районда малсылыҡ продукцияһы етештереүгә индергән өлөшө лә арта бара. Бында техника яңыртыла, матди-техник базаны йылдың-йылы нығытырға тырышалар.





Вернуться назад