Һөт, солярка... Ҡайһыныһы ҡыйбат?11.08.2015
Һөт, солярка...  Ҡайһыныһы ҡыйбат? Дүртөйлө районы хужалыҡтары алдында 41 мең гектар майҙандан иген культураларын йыйып алыу бурысы торһа, әлегә шуның өстән бер өлөшөндә эштәр тамамланған. Төбәктең ауыл хужалығы идаралығы начальнигы Илгиз Зиннәтуллин билдәләүенсә, ямғыр йыш яуыуға ҡарамаҫтан, һәр аяҙ көндө файҙаланып ҡалырға тырышалар. Гектар ҡеүәте 19,1 центнер тәшкил итә, Ленин исемендәге кооператив, “Уңыш”, “Россия” хужалыҡтары алдынғылыҡты бирмәй.

– Июль баштарында “Уңыш” йәмғиәтендә ураҡҡа бәйле район семинары юҡҡа ойошторолманы, – тип һөйләй төбәктең баш агрономы Рәүҙәт Зарипов. – Бында үҫемлекселек тармағында күрһәткестәр һәр саҡ юғары булды. Маҡсат – бүтәндәр ҡараһын, өйрәнһен һәм өлгө алһын.
Хужалыҡ Ҡораласыҡ һәм Түбәнге Маншыр ауылдарының 100-гә яҡын кешеһен эш менән тәьмин иткән. Шул иғтибарға лайыҡ: был яҡтарҙа ир-аттың ғаиләһен ҡарау ниәтендә ситкә китеп тир түгеүен иҫләмәйҙәр.
“Уңыш” тоҡомсолоҡ заводы яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең рәйесе, Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Марат Ҡорбановтың әйтеүенсә, улар иген культураларын 1 мең 900 гектар майҙанға сәскән, бөгөн пландың дүрттән бер өлөшө үтәлгән дә инде. Һәр гектарҙан 21 центнер уңыш алалар.
Һөт, солярка...  Ҡайһыныһы ҡыйбат?Беҙ килгән көндө иртән ямғыр еңелсә һибәләп үтте, шуға күрә игенселәр баҫыуҙың әҙ генә һурыҡҡанын, унан бигерәк башаҡтың елләгәнен көтөү өсөн урман һыҙаты буйына йыйылды. Был һис кенә лә ҡул ҡаушарып ултырыу тигәнде аңлатмай. Шул арала кемдер деталдәрҙе майлауға тотондо, икенселәр бункерҙы тикшерә. Комбайнсы Айрат Хәҙимуллин, ғәҙәттәгесә, урғыстың ныҡлығын ҡарарға тотондо. “Урғысҡа бөтәһе лә бәйле, бойҙай ергә ҡойолмаһын тиһәң, уны даими көйләп торорға кәрәк”, – ти ул. Хужалыҡ агрономы Ришат Ҡорбанов ҡамылдан атлай биреп туҡтаны ла берсә зәңгәр күккә, берсә тулҡын шикелле бәүелгән иген баҫыуына ҡарап алды. Бына көн дә асылды, һәм игенселәр, ҡояштың йылмайыуын фарман итеп ҡабул иткәндәй, дәррәү баҫыуға ашыҡты.
Ураҡтың тиҙ арала бөтөрөнә ышаныс көслө. Ни өсөн тигәндә, техника төҙөк кенә түгел, яңы ла. Мәҫәлән, күптән түгел ике “Нива” маркалы комбайн һәм “КА-744-Р1” тракторы һатып алғандар. Әйткәндәй, Марат Мәүләүи улы тик ватан техникаһына өҫтөнлөк бирә. Ә инде өр-яңы иген таҙартыу ҡоролмаһын һатып алғас, күп эштәр алға киткән.
– Һөттөң арзан булыуына йән әсей, – ти Марат Ҡорбанов. – Күптән түгел урынбаҫарҙарым менән ошо хаҡта бәхәскә индем. 1 литр солярка алыу өсөн 3 литр һөт һатырға кәрәк! Ни өсөн шундай ҡапма-ҡаршылыҡ? Был беҙгә бер нисек тә аңлашылмай.
Улай ғына түгел, игенгә лә хаҡ осһоҙ ҡуйылған. Яғыулыҡ-майлау материалының һәм ашламаның да үтә ҡиммәтлегенә эсе боша рәйестең. Ошоларҙың бөтәһен дә иҫәпкә алып, Хөкүмәт субсидия һәм дотация бирһә ине, тигән теләген еткерҙе ул.
Хәҙер кем кредитһыҙ йәшәһен! Хужалыҡ рәйесе әйтеүенсә, 100-гә яҡын хеҙмәткәргә ваҡытында эш хаҡы бирә, ай һайын дүрт банкка кредит түләй – йылына алты миллион 600 мең һум! Әгәр аяғыңда ныҡлы баҫып тормаһаң, кредит боғалағы быуырға ғына тора! Ысынлап та, “Уңыш” районда иң хәлле хужалыҡтарҙан һанала. Комбайнсылар Данил Саҙретдинов, Рәйес Мирғәзев, Нуриәхмәт Хафизов, Айрат Хәҙимуллин, Фәнис Ғәбдрәшитов, шоферҙар Вил Кәшфуллин, Ансаф Тимершәйехов, Данис Саҙретдинов, Камил Зиннәтулин, шулай уҡ тракторсылар, малсылар үҙен һынатмай.
– Һыйыр малдарын арттырыу һәм сәсеүлек майҙандарын киңәйтеү йәһәтенән эштәр планға ярашлы бара, иң мөһиме – киләсәккә өмөт бар, – тип тамамланы һүҙен Марат Ҡорбанов.






Вернуться назад