Ысыҡкүлдән көс алып08.08.2015
Республика балаларынан бер төркөм Ҡырғыҙстандағы Ысыҡкүл буйында урынлашҡан ”Ден-Соолук” һауыҡтырыу үҙәгендә ял итте.


Бай программаға ярашлы, уҡыусылар бында бер минутын да бушҡа уҙғарманы. Фәһемле сараларҙан тыш, Ысыҡкүлдең шифалы һыуы, саф һауаһы һаулыҡты нығытыу, яңы уҡыу йылы алдынан көс-ҡеүәт туплау мөмкинлеген бирҙе. Өҫтәүенә балалар ҡайтыр юлда Мәскәүҙе лә күрҙе – улар өсөн баш ҡала буйлап экскурсия ойошторолдо.
Ә Ҡырғыҙстан балаларынан бер төркөм А. П. Чехов исемендәге һауыҡтырыу шифаханаһындағы ”Йәйләү”ҙә Башҡортостан тарихын һәм мәҙәниәтен өйрәнеү лагерында ял итте. Улар Өфө буйлап сәйәхәттә лә йөрөнө.
Ике дәүләт араһындағы әлеге хеҙмәттәшлек сараһы Башҡортостан Мәғариф министрлығының тәҡдиме менән тормошҡа ашырылды.



Вернуться назад