Кәңәштәре фәһемле08.08.2015
Кәңәштәре фәһемле Ҡармыштан бик күп талантлы шәхестәр үҫеп сыҡҡан. Боронғо ауыл шулай уҡ үҙенең ҡымыҙ бешеү оҫталары менән дә дан тотҡан. Хәҙер бында милли эсемлек етештермәһәләр ҙә, күп кешене ошо кәсепкә өйрәткән Ғилмиямал Садиҡова кеүек оҫта инәйҙәребеҙ тырышлығы менән уның даны һаман да йәшәй.

— Ул замандар колхоздарҙың гөрләп торған сағы ине, — тип хәтерләй Ғилмиямал Фазыл ҡыҙы. — Беҙ Раҡия апай Хажиәхмәтова, Ғәйшә Шафиҡова менән өсәүләп эшләнек. 40-лап баш бейәне үҙебеҙ һауып, үҙебеҙ ҡымыҙ яһай инек. Бөтә эш ҡул көсө менән башҡарылды. Уның әллә ни сере юҡ инде, тәү сиратта – бөхтәлек, һуңынан температура режимын күҙәтеү, ә иң мөһиме, ҡымыҙҙы ағас көбөлә, туҡтауһыҙ бешергә кәрәк.
— Ҡымыҙҙың тәме бит күп нәмәгә бәйле, – тип һүҙгә ҡушыла ғаилә башлығы Рәсүл ағай. – Һөттөң ҡуйы­лығы, әсеү ваҡыты, ҡайҙа һаҡланыуы, бейәләрҙең ниндәй көтөүлектә йөрө­үе, болон-туғайҙамы йәки ҡылғанлы далаламы – бөтәһен дә күҙ уңында тоторға кәрәк.
Алтмыш йылға яҡын татыу тормош кисергән Садиҡовтарҙың ғүмере ты­рыш хеҙмәттә үткән. Йылҡысылыҡта ла күп йылдар эшләгәндәр. Кол­хоз­дың өлкән ат ҡараусыһы Рәсүл ағай – тәжрибәле малсы, көнө-төнө эйәр өҫтөндә булып, 150-200 баш йылҡыны ялан-ҡырҙар, ҡылғанлы тау битләүҙә­рендә йөрөткән.
— Беҙ күптән үк йылҡысылыҡ, ҡы­мыҙ­сылыҡтың табышлы, кәрәкле тар­маҡ булыуын аңланыҡ. Ата-ба­ба­ларыбыҙ ҙа бит ҡымыҙҙы көс-ғәйрәт һәм һаулыҡ сығанағы тигән. Ә боронғолар, белеүегеҙсә, һис кенә лә яңылышмай.
Беҙ һөйләшеп ултырғанда телефон шылтыраны. Тағы ла бер фермер хужабикәнән ҡымыҙ бешеү серҙәренә өйрәтеүен һорай. Бик мәслихәт, тимәк, данлыҡлы Ҡармыш ҡымыҙының тәмен киләсәктә лә татыйбыҙ икән.






Вернуться назад