Бал ҡортолай егәрлеләр08.08.2015
Бал ҡортолай егәрлеләр Баймаҡ районының Ниғәмәт ауылында тыуып үҫкән Наилә Әғзәм ҡыҙы, юғары уҡыу йортонда математика фәнен өйрәнеп, уҡытыусы булырға хыял иткәндә, ҡасандыр яҙмышын башҡорт балына, умартасылыҡҡа бәйләрмен тип һис тә уйламағандыр. Йүнәлтмә буйынса Икенсе Этҡол урта мәктәбендә математика, физика фәндәренән балаларға белем бирә. Шунда Ауыл хужалығы институтын тамамлап ҡайтҡан Тәлғәт Абдулов менән танышып, сәстәрен сәскә бәйләй.
Заман үҙгәрә — башҡорт балына, умартасылыҡҡа ҙур иғтибар йүнәлтелә. Бигерәк тә Умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса республика үҙәге асылғас, уның әлеге етәксеһе Әмир Ишемғоловтың саҡырыуы буйынса ғаилә Иглин районының умартасылыҡ мәккәһе — Түбәнге Ләмәҙ ауылына килеп төпләнә. Тәлғәт Фәҡи улы үҙәктең ошондағы ғилми станцияһында башҡорт нәҫелле ҡорттарҙы һаҡлау, үҫтереү буйынса эшләһә, Наилә мәктәптә теүәл фәндәрҙән белем бирә.
Ауыл — халҡыбыҙҙың матур йолаһын — умартасылыҡты һаҡлаған, уны үҫтергән ғәжәйеп төбәк ул. Һәр йортта тиерлек егәрле нәҙекәйбилдәр шифалы бал йыя. Ә республика умартасылары бәйгеһендә тәүге урынды яулаған Рәшит Аҙнабаев бөгөн 500-ләп умарта тота, әленән-әле коллегаларын йыйып, семинарҙар уҙғара. Ошо төбәктә йәшәгәндә Абдуловтарға ла ҡортсолоҡ “ене” ҡағыла. Үҙҙәре лә, ҡыҙҙары Гөлдәр, Дилбәр, улдары Айрат, Айҙар ҙа үҫмер саҡтан уҡ гүзәл тәбиғәттә эшһөйәр бал ҡорттары менән аралашып, хеҙмәткә өйрәнеп үҫә.
Тиҙҙән йорт хужаһын баш ҡалаға эшкә саҡыралар. Наилә үҙәктең магазинына һатыусы булып урынлаша. Бөгөн Өфөнөң Достоевский урамындағы “Умартасы” сауҙа йортон белмәгән кеше юҡтыр. Төрлө төбәктән килгән һатып алыусы өсөн бында күп төрлө махсус кейемдәр, бал һығыу аппараттары, балауыҙ, умарталар, бөжәктәр өсөн дарыуҙар, махсус әсбаптар етерлек. Ә баш ҡала халҡы һәм ҡунаҡтары күҙҙең яуын алырлыҡ сувенир һауыттарҙағы балды ярата. Тәлғәт Фәҡи улы иһә умартасылыҡ буйынса һорау биргән һәр кемгә кәңәшен йәлләмәй.
— Эшһеҙ ҡалғас йә иһә пенсияға сыҡҡас, яңы һөнәр үҙләштереп, ҡортсолоҡ эшенә тотонған ағай-энене бигерәк тә хөрмәт итәм. Башҡортостандың данын, шөһрәтен арттырып, шифалы бал етештереүселәр күберәк булһын! — ти ул.
Абдуловтарҙың ике ҡыҙы, бер улы Өфө дәүләт нефть техник университетын тамамлап, эшләп йөрөй, быйыл кинйәләре Айҙар иҡтисад факультетына уҡырға инде. Әйткәндәй, ҡыҙҙары Гөлдәр Фазлыева баш ҡаланың төньяҡ өлөшөндәге Колхоз баҙарында “Бал ҡорто” магазины асты.




Вернуться назад