Ямалға ла, Ҡырымға ла...08.08.2015
Ямалға ла, Ҡырымға ла... Мәләүез тимер-бетон кон-струкциялар заводы – төбәктә иң алдынғы күрһәткестәргә эйә булған предприятие. Юғары етештереү ҡеүәте һәм тәжрибәле, оҫта кадрҙар ярҙамында ул аяуһыҙ баҙар шарттарында һынмай, ышаныслы аҙымдар яһай.

Етештерелгән тауарыңдың ба­ҙарҙа талап ителеүе – һәр кем өсөн мөһим шарт. Мәләүез заводы байтаҡ йылдар дауамында ҡулланыу­сылар­ҙы юғары сифатлы продукция менән тәьмин итеп, республикала ғына түгел, сит илдә лә танылыу яулай.
Завод 2012 йылдан Ямал ярымутрауына аэродром плитәләре оҙата. Осоу һыҙаты тотошлай Мәләүез пли­тәләренән түшәлгән Сабетта аэро­пор­ты февраль айында тәүге са­мо­летты ҡабул итә. Керчь һәм Симферополь ҡалалары араһында һалынған юғары вольтлы электр бағаналары өсөн фундамент һәм свай етештереп ебәреү май айында башлана. Ҡырым ярымутрауы өсөн 2800-ҙән ашыу свай һәм 750 тирәһе фундамент әҙерләнә. Предприятие Мәләүез­дәге һәм күрше райондарҙағы ҡулланыусыларҙы бетон ҡатышмаһы менән тәьмин итә. Көйөргәҙе районындағы Ҡансура ер аҫты газ һаҡлағысына бетон ебәреү, Маячный ауылында үҫемлек майын етештерәсәк завод төҙөү бөгөнгә мөһим маҡсаттар булып тора.
Артабан да сифатты үҫтереү ниәтендә төп фондты, ҡорамалдарҙы яңыртыуға, реконструкциялауға 37 миллион һум йәлеп ителгән, яңы техника өсөн өс миллиондан ашыу аҡса тотонолған. Ошо көндәрҙә тағы бер заманса технологик участка асыу күҙаллана.
Завод киләсәккә етди ҡараш менән йәшәй – йылына 160 мең кубометр тимер-бетон әйберҙәре, 10 мең кубометрҙан ашыу иҙелмә һәм бетон етештереү планлаштырыла. Коллективтың бындай маҡсаттарға ирешерлек оҫта­лы­ғы, ҡеүәте бар. Уңайлы хеҙмәт шарттары, һәр эшсегә ҡа­рата йылы мөнәсәбәт булдырылыуы һөнәри камиллыҡҡа ҙур этәргес бирә. Шулай уҡ тыуымды арттырыу маҡсатында әсәлеккә һәм балалыҡҡа таяныс рәүешендә һәр тыуған сабый өсөн аҡсалата ярҙам күрһәтелә.
Мәләүез тимер-бетон конструкциялар заводы коллективы барлыҡ хеҙмәттәштәренә ижади ҡомар, һөнәри үрҙәр, һаулыҡ, бәхет, именлек теләй.




Вернуться назад