Түләмеңдән ҡотола һал!08.08.2015
Башҡортостанда капиталь ремонтлау өсөн бурыслыларҙы судҡа повестка көтә. Был хаҡта “Республика төбәк операторы” фондының генераль директоры Борис Герасимов “Баш­информ” агентлығында үткән матбуғат конференцияһында белдерҙе.

— Капиталь ремонтлау өсөн бурыстарҙы түләтеү мотлаҡ башҡарыласаҡ. Әлбиттә, түләмәү­селәрҙе судҡа бирәсәкбеҙ. Был йәһәттән һөҙөмтәләр бар. Бөгөнгө көндә туғыҙ дәғүә ебәрҙек. Ошо арала улар буйынса ҡарар ҡабул ителәсәк, — тип билдәләне Борис Герасимов.
“Башҡортостандың төбәк операторы” капиталь ремонтҡа түләүҙәрҙе тотҡарлаған өсөн пеня һала башлай. Милекселәрҙең 10 авгусҡаса ваҡыты бар. Шул көндән һуң бурыстар өсөн пеня иҫәпләнә башлай. Йыйылған аҡса дөйөм ҡаҙанға китеп, республиканың күп фатирлы йорттарын ремонтлауға йүнәлтеләсәк.



Вернуться назад