Ҡоштар ярҙам көтә22.02.2012
Ҡоштар ярҙам көтәБаҡсабыҙҙа балан, миләш, сейә, ҡарағат һәм башҡа ағас, ҡыуаҡ үҫә. Емештәре менән төрлө ҡоштар туйына. Мәҫәлән, миләште турғайҙар ашап бөтөрөп китте.
Һуңғы ваҡытта көндәр бик һыуынғас, туғаным Юнир баҡсаға эйәләшкән ҡарабаш турғайҙар өсөн өс литрлыҡ банканы, эсенә көнбағыш орлоғо һалып, балан ботағына ҡырынайтып элеп ҡуйҙы. Ҡоштар, өйрәнеп алһа, емде банканың эсенә үк инеп алып сыға башлай. Унан, ботаҡҡа ултырып, көнбағыштың ҡабығын суҡып яралар, емеше менән туйыналар.
Үҙебеҙҙең буҙ турғайҙарға икмәк, май валсыҡтары, тары ярмаһы кәрәк. Улар ҙа һуңғы ваҡытта банка эсенә инергә өйрәнеп алды.
Ашарҙарына бөтһә, дуҫтарыбыҙ тәҙрәне туҡылдата, ҡанаттарын ҡағып-ҡағып, иғтибарҙы йәлеп итергә тырыша башлай.
Ҡәҙерле балалар! Ҡоштар — беҙҙең дуҫтар. Улар ҙа, кешеләр кеүек, тәбиғәт балалары. Айырыуса ошондай һалҡын көндәрҙә улар беҙҙән ярҙам көтә. Ҡоштарҙы хәлебеҙҙән килгәнсә хәстәрләйек, тағараҡтар эләйек!
Нәғимә ИЛҺАМОВА.
Әбйәлил районы,
Асҡар ауылы.


Вернуться назад