Изге эш башҡарыла08.08.2015
Учалы районының ҡала һәм ауыл биләмәләренә “Реаль эштәр” проектын бойомға ашырыу өсөн дүрт миллион һумдан ашыу аҡса бүленгән.

Быйыл июндә “Берҙәм Рәсәй” партияһы старт биргән проекттың төп маҡсаты – халыҡтың көнүҙәк мәсьәлә­ләрен хәл итеү планын әҙерләү. Хәҙерге ваҡытта Амангилде ауыл Советында балалар өсөн майҙансыҡ эшләнгән, Бәләкәй Ҡаҙаҡҡол халҡын иһә һыу менән тәьмин итеү өсөн скважина бырау­ланған, тип хәбәр ит­теләр “Берҙәм Рәсәй”ҙең төбәк бүлексәһендә.
Мәғариф учреждениеларында, подрядсы билдәләнеү менән, ремонт эштәре баш­ла­насаҡ. “Ҡыҙыл башлыҡ” балалар баҡса­һының ҡыйығына капиталь ремонт яһау, Бөйҙө һәм Мансур ауылдарындағы мәктәп­тәрҙә, Кирәбеләге балалар баҡсаһында, Уральск ҡасаба­һында­ғы “Ирәмәл” балалар ижады үҙә­ген­дә тәҙрәләрҙе алмаштырыу, Ил­се­ләге мәктәпкә канализация үткәреү ҡарал­ған. Комсомольск ауы­лындағыһына ағым­дағы төҙөклән­дереү эше талап ителә.
Мәҙәниәт учреждениеларында һәм ауыл­дарҙы күркәмләндереү буйынса ла ремонт эштәре күҙаллана. Ҡунаҡбай менән Сәфәр ауылдары халҡы аҡсаны янғынға ҡаршы мотопомпа һатып алыуға, наурыҙдар иһә Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыу­сы­ларға һәйкәлде тәртипкә килтереүгә йүнәлтәсәк.





Вернуться назад