“Берҙәм Рәсәй” һайлауға әҙер08.08.2015
Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Рәйесе, “Берҙәм Рәсәй” сәйәси партияһының төбәк бүлексәһе секретары Константин Толкачев, журналистар менән осрашып, 13 сентябрҙә үтәсәк һайлауға әҙерлек барышы менән таныштырҙы.


– “Берҙәм Рәсәй” – һәр һайлау кампания­һында иң әүҙем ҡатнашҡан партия. Был алдынғылыҡты бер кемгә лә бирергә телә­мәйбеҙ. Әлеге мәлдә республикала һайлауҙа ҡатнашыу хоҡуғына эйә булған 58 партия теркәлгән, шулар араһында иң күп ағзаһы булғаны берәү – “Берҙәм Рәсәй”. Беҙҙең сафта 86 мең кеше тора. Башҡортостанда әлеге депутат корпусындағы туғыҙ мең ағзаның 85 процентын тәшкил итәбеҙ. Һәр береһен урындағы халыҡ бала саҡтан белә тиһәм дә, яңылыш­ма­ҫ­мын. Яңы кандидаттарҙы ла яуаплы мәл көтә, – тине Константин Толкачев.
Урындағы үҙидара депутатлығына кандидаттар тәҡдим итер алдынан партия, ғәҙәттә, праймериз үткәрә. Был юлы эске та­уыш биреүҙә 15 меңдән ашыу ағза ҡатнашып, уларҙың яртыһы кандидатлыҡҡа теркәлгән.




Вернуться назад