Халыҡта аҫабалыҡ рухы йәшәй08.08.2015
Һәр йылдың 9 авгусы Бөтә донъя аҫаба халыҡтар көнө тип билдәләнә. Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының тәҡдиме буйынса, төп иғтибар аҫаба халыҡтарҙың берләшмәләре төҙөлөүенә, үҙ-ара килешеүҙәр булыуына һәм уларҙың үтәлеүенә йүнәлтелергә тейеш. Дәүләт менән махсус килешеүҙәр төҙөү, аҫаба халыҡтарҙың ергә булған хоҡуҡтарын, уларға йәшәү уңайлыҡтары булдырыу мөһим икәнлеге айырып әйтелә. Ошо уңайҙан: “Бөгөн башҡорт халҡының аҫабалыҡ хоҡуҡтары ғәмәлдәме?” тигән һорау менән гәзит уҡыусыларға мөрәжәғәт иттек.

Ҡәҙим АРАЛБАЕВ, Башҡортос­тандың халыҡ шағиры:
— Аҫаба башҡорт — ул ерле баш­ҡорт. Уның үҙе йәшәгән еренә, йәғни Уралына, хоҡуғы батша тарафынан документ (грамота) менән раҫланған. Ерле халыҡ ҡына көслө, үҙаллы дәүләт булып йәшәй. Ере булғанда ғына кеше үҙен көслө, хужа итеп тоя.
Башҡорттарҙың ергә аҫабалыҡ хоҡуғы күптән юҡ ителде. Беҙ борондан ҡалған үҙ төйәгебеҙҙә йәшәйбеҙ, ләкин уға бөгөн хужа түгелбеҙ. Ер — дөйөм дәүләт милке.
Минең тыуған яғым Хәйбуллала алтын, баҡыр, никель һәм башҡа ҡаҙылма байлыҡ сығарыла. Ләкин ошо мәғдәндәрҙән район халҡы өсөн файҙа юҡ дәрәжәһендә. Әгәр ергә хужа булһаҡ, уның мәнфәғәтен иң тәүҙә тулыһынса беҙ күрер инек. Уны хәҙер халыҡтан һорап та тормай һатып ебәрәләр. Хужа булмағас, тимәк, беҙ аҫаба ла түгел, хәҙер ул ни бары тарихи төшөнсә генә. Ата-бабаларыбыҙ мираҫынан ҡолаҡ ҡаҡтыҡ инде.

Ғәлим ХИСАМОВ, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, яҙыусы:
– Урал армыттарында, уның көнсы­ғыш, көньяҡ һәм көнбайыш урманлы-яланлы ерҙәрендә бынан 4-5 мең йылдар әүәл башҡорттар иген иккән, мал тотҡан, мәғдән, баҡыр сы­ғарған, тора-бара тимер сүкегән, ҡала­лар һәм ауылдар төҙөгән, йәйләүгә сыҡҡан. Уларҙың төп шөғөлө ил һаҡ­лау, дәүләт именлеген баҫҡынсылар һәм яҫҡын­сы­ларҙан ҡурсалау, эске тәртип урынлаштырыу булғанлыҡтан, хужа һәм ир балалар һәр саҡ ғәскәри хеҙмәттә торған. Билдәле бер ергә хужа булыу хоҡуғы бик борондан, тарих ҡағыҙға яҙыла башлағанға тиклем үк барлыҡҡа килгән, тип фаразларға була. Аҫа­ба­лыҡтан яҙмаҫ өсөн башҡорт Сыңғыҙ хан сиреүенә 14 йыл ҡаршы тора, Иван Грозный менән бер нисә йыл һөй­ләшеү алып бара, диңгеҙ­ҙәй ҡан түгә, миллиондан күберәк йән бирә. Шул мөлкәтенә – еренә хужа бул­ған да ул 1919 йылға тиклем, әммә Ле­нин хөкүмәте килешеүҙе боҙа. Ошо ва­ҡыттан алып башҡорттоң аҫабалығы юҡ.

Ғайсар ӘХМӘТОВ, тарих уҡытыу­сыһы:
– Бөгөн донъяның 70-тән ашыу илендә 300 миллионлап аҫаба халыҡ иҫәпләнә. Уларҙың бөтәһенең дә, үҙаллы этностар булараҡ, хоҡуҡтарын яҡлау менән бәйле уртаҡ проблемалары бар. Был халыҡтар тарихи ғәҙел­һеҙлек эҙемтәләренән, шул иҫәптән колонизация, ерҙәрен, билә­мәләрен, ресурстарын тартып алыу, иҙеү һәм кәмһетеү, үҙенсә йәшәү мөмкинлеге булмауҙан яфа сигергә мәжбүр. Бөгөн аҫабалыҡ төшөнсәһе сикләнгән булыу­ға ҡарамаҫтан, ул беҙҙең аңыбыҙҙа һәм ҡаныбыҙҙа йә­шәргә тейеш. Ғө­мү­мән, һәр башҡорт тарихи хәтер буйын­са һәм кендеген киҫкән ата-бабалары еренә бәйле үҙен аҫаба итеп тойорға бурыслы.

Азат ҒӘЙЗУЛЛИН, хоҡуҡ белгесе:
– Иван Грозный менән төҙөлгән килешеүҙә башҡорттар ер өсөн яһаҡ түләү, батша подданныйҙары булараҡ, уға тоғро булырға һәм хәрби хеҙмәт үтәргә йөкләмә алған. Улар анттарына һәр ваҡыт тоғро булған. Әгәр батшалар килешеү шарттарын йыш ҡына боҙорға ынтылһа, башҡорттар, уның дөрөҫ үтәлеүен талап итеп, ҡаршылыҡ күрһәткән, баш күтәргән. Рәсәй составына үҙ ирке менән ингән башҡорттар. Аҫаба биләмәләрен талау осоронда улар һәр ваҡыт шул нигеҙле дәлилгә таяныр булған. Октябрь револю­ция­һынан һуң “халыҡ власы”ның аҫаба хоҡуғын бер һелтәүҙә юҡ итеүе башҡорт халҡының төркөмдәргә тарҡалыуына төп сәбәпсе булды.

Алмас ӘНҮӘРОВ, хаҡлы ялда:
– Беҙ, башҡорттар, был ергә ҡай­ҙандыр ситтән килмәнек. Тамырыбыҙ – ошонда. Йәнебеҙ, “Урал батыр” эпосында бәйән ителгәнсә, кешелек барлыҡҡа килгән мәлдә үк ошонда яралған. Был ерҙән моң, тел, һут, ҡот, бәрәкәт, ырыҫ алғанбыҙ. Башҡорттар башҡа милләттәр менән һәр саҡ татыулыҡ нигеҙендә мөнәсәбәт ҡорған, Рус дәүләте менән төҙөгән килешеүгә тоғро ҡалған. Улай ғына ла түгел, Рәсәй именлегенә ситтәр ҡур­ҡыныс менән янағанда, башҡорт һы­байлыһы һәр саҡ алғы сафта барған. Был, әлбиттә, халҡыбыҙ күңелендә илһөйәрлек, аҫабалыҡ рухының йәшәүе хаҡында һөйләй.

Лилиә НУРЕТДИНОВА
яҙып алды.






Вернуться назад