Йәшәү йәме — хеҙмәттә08.08.2015
Хеҙмәт коллективында эш тейешле кимәлгә ҡуйылһа, һәр кем бурысын дөрөҫ аңлаһа, татыулыҡ булһа, кеше бер ҡасан да яңылыш юлға баҫмай. Барыһы ла етәксенең тәжрибәһенә, ойоштороу һәләтенә бәйле. Мәҫәлән, заманында республиканың мәғариф министры булып эшләгән Сәбилә Сөләймәнова күптәргә өлгө күрһәтерлек һыҙаттары менән етәкселектең дә, ябай уҡытыусыларҙың да ышаныс-хөрмәтен ҡаҙанды.
Сәбилә Ғәйзулла ҡыҙы 1985 йыл­да был яуаплы вазифаға тәғәйенләнгәс, тәү сиратта йәш­тәр­гә эш урыны булдырыу мәсьәлә­һенә тотондо. Һөҙөмтәлә ведомст­воның бүлектәре, шулай уҡ ҡала-район мәктәптәре заманса ҡарашлы яңы белгестәр менән тулыландырыла башланы. Урындағы һәр хакимиәттең мәғариф идара­лығы, уҡыу йорттары эшмәкәр­леген, матди-техник хәлен яҡындан тикшереп, тейешле һығымта яһау һәм төрлө сара күреү министрлыҡ хеҙмәткәрҙәренең төп бурысына әүерелде. Командировканан кемдер урындағы белгестәр әҙерләп биргән мәғлүмәтте тотоп ҡайтып инһә, Сәбилә Ғәйзулла ҡыҙы: “Эш сәфәрендә нимә менән шөғөл­ләндегеҙ?” – тигән ҡәтғи һорау ҡуя торғайны. Был бик ҡаты шелтә, насар баһа булып һаналды. “Йәшәү йәме – хеҙмәттә”, – тип өйрәтер ине етәксе. Йәштәрҙе айырыуса хәстәрләне, уларҙың һәр уңышын күреп, дәртләндереп торҙо.
1985 йылдағы мәктәп рефор­маһы министр өсөн ҙур һынау булды. Мәғариф тармағы алдына балаларҙы туҡландырыу мәсьәлә­һен көйләү, уҡытыу программаларын, дәреслектәрҙе, методик әсбаптарҙы яңыртыу, педагогтарға әҙерлек курстары, алдынғы тәжри­бә менән уртаҡлашыу маҡса­тында семинар-кәңәшмәләр ойоштороу һәм башҡа бихисап бурыс ҡу­йылды. Был эшкә Башҡор­т­остан­ Мәғарифты үҫтереү институты ла йәлеп ителде. Уҡыу йорттарын компьютерлаштырыу башланды, хеҙмәт дәресен үткәреү өсөн кабинеттар булдырылды, ҡайһы бер ҡала­лар­ҙа, район үҙәктәрендә спорт комплекстарына нигеҙ һалынды, белем һәм тәрбиә биреү учреждение­ларының матди-техник хәле яҡшыртылды. Министр шулай уҡ педагогтарҙың эш хаҡын күтәреүгә, мохтаждарға торлаҡ юллап алыуға өлгәште. Рәсәйҙең Милли мәктәп­тәр ғилми-тикше­ренеү инс­титу­тының Башҡортостан филиалында тиҫтә йылдан ашыу тәжрибә туплаған ғалимә булараҡ, уҡытыу программаларының, дәрес­лек­тәрҙең сифатын яҡшыртыуға күп көс һалды.
Уның етәкселек оҫталығы 1987 йылда ил кимәлендә үткәрелгән VIII Уҡытыусылар съезында айырыуса асыҡ сағылды. Министр үҙ сы­ғышында Башҡортостан мәктәптә­ренең үҫеш юлына байҡау яһап, аныҡ бурыстарҙы билдәләп, үҙәк ведомство вәкилдәренән, билдәле ғалимдарҙан юғары баһа алды.
Сәбилә Ғәйзулла ҡыҙының Башҡортостан мәғарифын үҫтереүгә индергән өлөшө баһалап бөткөһөҙ, изге башланғыстары әле лә дауам итә. Уның етәкселегендә эшләгән хеҙмәткәрҙәр, остазының кәңәшен тотоп, йәмғиәткә файҙалы кеше булырға тырыша, йәшәү йәмен хеҙмәттә күрә.

Мөнирә АБДУЛЛИНА,
Мәғариф министрлығының элекке хеҙмәткәре.




Вернуться назад